Белем һәм тәрбиә
2 Май 2024, 12:50

Башҡортостан "Рәсәй мәктәп яҙы"нда өсөнсө урынды алды

Шәхси беренселектә лә еңеүҙәр булды.

Башҡортостан "Рәсәй мәктәп яҙы"нда өсөнсө урынды алдыБашҡортостан "Рәсәй мәктәп яҙы"нда өсөнсө урынды алды
Башҡортостан "Рәсәй мәктәп яҙы"нда өсөнсө урынды алды

28 апрелдән 1 майға тиклем «Рәсәй мәктәп яҙы» Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының «Ваҡыт ҡапҡаһы» төбәк программаһы еңеүсе тип танылды.

Фестивалдең конкурс программаһы 1200 уҡыусы араһында уҙҙы һәм «Төбәк программаһы», «Вокаль», «Инструменталь», «Бейеү», «Театр», «Үҙенсәлекле жанр», «Медиа» кеүек ете ижади йүнәлеште үҙ эсенә алды.

Республика ҡатнашыусылары шәхси беренселектә лә еңеүҙәр яулап ҡайтты. Айлина Әубәкирова һәм «Башмағым» өлгөлө хореография ансамбле «Үҙенсәлекле жанр» номинацияһында «Йолаларҙы һаҡлаған өсөн» махсус бүләгенә лайыҡ булды. Диана Емельянова вокал йүнәлешендә - эстрада солоһо лауреаты булды. «Инструменталь» номинацияһында Иван Петраев - халыҡ ҡоралдарында I дәрәжә лауреат, Айнур Ситдиҡов клавишалы ҡоралдарҙа II дәрәжә лауреат исемен, Айлина Әүбәкирова ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнап, «Йолаларҙы һаҡлаған өсөн» махсус призын да алды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23769/ 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас