Белем һәм тәрбиә
2 Май 2024, 13:00

Радий Фәрит улына бүләк тапшырҙылар

Башҡорт телен һөйөүселәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы.

«Патриот» паркында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров акцияға нигеҙ һалыусыларға һәм уны ойоштороусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр ҙә, үҙ сиратында, яуапһыҙ ҡалманы.

«Башҡорт телен үҫтереүгә, уны донъяға таратыуға һәм ошо белем биреү акцияһын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға ҙур өлөш индергән Радий Фәрит улы бүләкһеҙ ҡалды бит әле. Шуға беҙ ҙә уға бүләк әҙерләнек. Башҡорт теле тураһында даими хәстәрлек күргәнегеҙ, уны үҫтереүгә ҙур хеҙмәт һалғанығыҙ өсөн, һеҙгә ҙур рәхмәт!»

Ошо һүҙҙәр менән «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, башҡорт теленән диктант уҙғарыу идеяһы авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева республика Башлығына башҡорт телен һөйөүселәр исеменән рәхмәт хаты тапшырҙы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас