Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында булды. Бында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм илдең Ҡораллы көстәре өсөн белгестәр әҙерләйҙәр.
Уҡыу йорто директоры Александр Медведев һөйләүенсә, кадетта 6-11-се кластарҙа 320 уҡыусы шөғөлләнә. Курсанттарҙың яртыһынан күбе – Өфө ҡалаһынан, ҡалғандары - республиканың төрлө райондарынан. Бында Александр Доставаловтың ейәне – Олег Шмидт уҡый. Радий Хәбиров уның менән аралашып, уҡыуында уңыштар теләне.
Кадет корпусын тамамлаусылар илдең юғары хәрби уҡыу йорттарына уңышлы уҡырға инә. Элекке тәрбиәләнеүселәрҙән күптәр әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Кадет корпусы коллективы яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән бәйләнеште өҙмәй.
Уҡыу программаһы ике йүнәлеште – “Йәш десантсы” һәм “Йәмәғәтсе- ҡотҡарыусы әҙерләү” йүнәлешен үҙ эсенә ала. Уҡыу корпусында 40 төрлө түңәрәк һәм секция эшләй, улар иҫәбендә спорт дисциплинаһы, армия ҡул көрәше, төп уҡыу һәм мәҙәни-эстетик предметтар.
Уҡыу йорто биләмәһендә 320 урынлыҡ ятаҡ, ашхана, хужалыҡ блогы, кер йыуыу бүлмәһе, строй плацы, һауа-десант ҡаласығы, парашют вышкаһы, ҡаршылыҡтар һыҙаты һәм спорт майҙансығы урынлашҡан.
Радий Хәбиров уҡыу кластарын, стоматология кабинетын, музейҙы, шулай уҡ ятаҡхана һәм хәрби әҙерлек майҙансығын ҡараны. Ул уҡыу йортоноң яҡшы матди базаһы булыуын һәм бында профессиональ хеҙмәт коллективы тупланыуын билдәләне.
- Был Волга буйы федераль округында иң яҡшы кадет корпустарының береһе, бында иң яҡшы педагогтар эшләй. Бында шәп егеттәр уҡый – улар беҙҙең армияның, илебеҙҙең киләсәге, - тине төбәк етәксеһе.
Белешмә. Александр Васильевич Доставалов Өфөлә тыуған, Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәре, десантсы, гвардия майоры, Рәсәй Геройы. Бер нисә тапҡыр тыныслыҡ урынлаштырыусы операцияларҙа, шул иҫәптән беренсе һәм икенсе Чечня контртеррористик операцияларында ҡатнашҡан.
2000 йылда 76-сы гвардия һауа-парашют дивизияһының 104-се гвардия парашют-десант полкы парашют-десант командиры урынбаҫары булған саҡта хәрби Чечен Республикаһында Аргуна эргәһендә барған яуҙа батырлыҡ күрһәтә. Александр Доставалов алтынсы ротаның личный составын һаҡларға барғанда боевиктар менән алышта һәләк була. Рәсәй Геройы исеме уға үлгәндән һуң бирелә.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/177372.html