Белем һәм тәрбиә
13 Май 2024, 09:45

Вуз-ара кампуста оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар үтә

Өфө дәүләт нефть техник университетының «Кибер-ателье» аҡыллы кейем лабораторияһында уникаль оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар башланды.

Вуз-ара кампуста оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар үтәВуз-ара кампуста оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар үтә
Вуз-ара кампуста оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар үтә

«Виртуаль ысынбарлыҡта кейемдәрҙе проектлау» оҫталыҡ дәресендә теләгән һәр кем, һанлы игеҙәген ҡулланып, виртуаль киңлектә үҙенсәлекле гардероб предметын эшләй ала. Махсус программалар һәм ҡорамалдар ярҙамында ҡунаҡтар виртуаль кейемдәр тегә һәм бесә.

«Туҡыманы художестволы биҙәү» оҫталыҡ дәресе ҡатнашыусыларға ябай туҡыманы сәнғәт әҫәренә әйләндереү серҙәрен өйрәтә. Килгән ҡунаҡтар төрлө биҙәү һәм биҙәк баҫыу техникаһын үҙләштерә, сағыу, стилле принттар һәм кейем-һалым, интерьер һәм аксессуарҙарҙы биҙәү өсөн орнаменттар яһай.

Оҫталыҡ дәрестәренә һәм экскурсияларға яҙылырға теләгәндәр өсөн бәйләнеш телефондары: (347) 252-09-01 - кафедра телефоны, 8 (960) 387-40-63 - ТКО кафедраһы инженеры Әхмәтханова Диана Наил ҡыҙы. Электрон почта: tko@rusoil.net

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23845/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас