Төбәк етәксеһе буласаҡ уҡытыусылар менән аралашты һәм йәш белгестәргә ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
– Бөгөн республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, уҡытыусылар етмәй. Беҙ был йәһәттән әүҙем эшләйбеҙ һәм яйлап буш урындарҙы тултырабыҙ. Ауыл мәктәптәре һәм бәләкәй ҡалалар өсөн “Ауыл уҡытыусыһы” республика программаһын әҙерләнек. Уны 2020 йылдан тормошҡа ашырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Өс йыл дауамында Өфөлә төҙөләсәк юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сиратын сафҡа индереү һеҙҙең һөнәри үҫешегеҙҙең мөһим этабы буласаҡ. Был объект белгестәр әҙерләү һәм ғилми эшмәкәрлек, шул иҫәптән гуманитар йүнәлештәр буйынса яңы мөмкинлектәр бирәсәк.
***
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Буласаҡ педагогтарҙы уҡыуҙы тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы бүлеү системаһына төбәк етәксеһенең мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындырҙы. Әгәр студент маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡымаһа, был мәсьәләгә һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәк, тип билдәләне төбәк Башлығы.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары республика Башлығынан Башҡортостанда йәш уҡытыусылар хеҙмәт хаҡы буйынса консультациялар, уҡытыу методикаһы буйынса тәҡдимдәр алырлыҡ методик үҙәк булдырыу мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Буласаҡ педагогтар шулай уҡ йәш белгестәр өсөн белем биреү сменаларын үткәрергә тәҡдим итте.
Радий Хәбиров мәғариф сменалары буйынса тәҡдимде хупланы һәм төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына уларҙы үткәреү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Республиканың йәш педагогтарына методик һәм хоҡуҡи ярҙам ресурс үҙәге лә кәрәк һәм уны, Мәғарифты үҫтереү институтын йәлеп итеп, БДПУ базаһында ойошторорға мөмкин, тине республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru