Өфөлә 24-26 майҙа үткән фестивалдә “Зәйнулла Рәсүлев мираҫы” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыласаҡ. Унда Дағстан Республикаһының милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министр урынбаҫары Рәсүл Гаджиев ҡатнаша, тип белдерә йәрминкәне ойоштороу комитеты.
Осрашыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, шулай уҡ билдәле дин әһелдәре ҡатнаша. Конференцияны БР-ҙағы Дағстан милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Магомедхабиб Султанмагомедов алып бара.
– Мин Өфөлә 1976 йылдан. Ҡасандыр бында нефть институтына уҡырға килгәйнем, инженер-механикка уҡып сыҡтым, төҙөлөш өлкәһендә эшләнем. Төрлө ваҡыттарҙа йә Дағстанда, йә Башҡортостанда йәшәнем. Хәҙер Өфөлә йәшәйем. Башҡорт һәм дағстан халыҡтарының оҡшаш яҡтары күп, беҙҙе ныҡлы мәҙәни тамырҙар бәйләй. Шулай уҡ әҙәби бәйләнеш тә көслө, - тип һөйләне Магомед Тагирович.
Былтыр Башҡортостан уҡыусылары Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығына арналған конкурста ҡатнашҡан. Еңеүселәргә Дағстанға юллама бирелгән. Рәсүл Ғамзатов Башҡортостанға йыш килгән, Мостай Кәримдең юбилейҙарында ҡатнашҡан.
https://resbash.ru/news/kultura/2024-05-14/knizhnaya-yarmarka-kitap-bayram-pomozhet-uglubit-sotrudnichestvo-bashkirii-i-dagestana-3765619