Белем һәм тәрбиә
14 Май 2024, 14:00

Тиҙҙән “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡ

Быйыл “Һуңғы ҡыңғырау” һәм сығарылыш кисәләре ҡасан үтәсәк? Имтихандар ҡасан башлана? Уларҙа ниндәй үҙгәрештәр бар? 

Тиҙҙән “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡТиҙҙән “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡ
Тиҙҙән “Һуңғы ҡыңғырау” сыңлаясаҡ

Быйыл мәктәптәрҙә "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы 24 майҙа (йомала) үтә. 9-сы класты тамамлаусыларҙың сығарылыш кисәһе 28 июнгә (йома) билдәләнгән. 11-се кластар өсөн был тантана 29 июндә (шәмбе) уҙа.

Киләһе аҙнала 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларының дәүләт имтихандары башлана. Туғыҙынсылар 22 майҙа сит телдәрҙән ТДИ тапшырыасаҡ, ә ун беренселәр 23 майҙа – география, әҙәбиәт һәм химиянан. Имтихандар июнь уртаһына тиклем дауам итә.

Быйылғы йылдың Берҙәм дәүләт имтихандарындағы төп яңылыҡтарҙың береһе – математиканан һынауҙы тапшыра алмаған уҡыусылар уны кире тапшырғанда кимәлде үҙгәртә ала. Мәҫәлән, профилле математикана БДИ-ны тапшыра алмаған йәш кеше яңынан һынау тотҡанда база кимәлен һайлау мөмкинлегенә эйә. Төп дәүләт имтиханын тапшыра алмаған 9-сы класс уҡыусылары быға тиклем уны сентябрҙә тапшырып ҡарай ала ине. Хәҙер уларға бындай мөмкинлек менән ҡулланып ҡарау ике тапҡыр биреләсәк. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас