«Производство мәсьәләләрен хәл итеүҙә фәнни алымдар» йәштәр форумы барышында Өфө вуз-ара кампусында «Росатом» дәүләт корпорацияһының математик модель әҙерләү буйынса директор урынбаҫары, «ДЖЭТ ЛАБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проект етәксеһе Дмитрий Макаревич булды.
Экскурсия ваҡытында ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында эшләүсе микрофлюидика, биопринтинг һәм аддитив технологиялар лабораторияларында тотҡарланды.
Берлектәге эш билдәләнгән дә инде: Дмитрий Макаревич Башҡорт дәүләт медицина университетының математик модель әҙерләү лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре менән медицина университетында белем биреү процесы сиктәрендә яңы заманса программа тәьминәтен индереү буйынса яңы проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
Дмитрий Макаревич шулай уҡ хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбендә булды. Мәктәптең маҡсаттары хаҡында директор Денис Гулин һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең «Углеводород сеймалын әҙерләүҙең технологик процестарының һанлы инжинирингы» йәштәр лабораторияһы етәксеһе Елена Моисеева һөйләне.
Дмитрий Макаревич яңы белем биреү киңлегендә булдырылған йәштәр инновация ижады үҙәге һәм компьютер класы менән танышты.
Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбенең бакалавриат һәм магистратура моделдәре ҡунаҡта айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
- Беҙ, “Росатом” вәкилдәре булараҡ, физика һәм математикала төрлө мәсьәләләрҙең математик моделдәрен әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Инженерлыҡ производство берекмәһен ҡулланыу өлкәһендә Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, атом һәм нефть-газ тармағы предприятиелары мәнфәғәтендә математик модель әҙерләү буйынса уртаҡ мәктәптәр асырға планлаштырабыҙ, - тине Дмитрий Макаревич.
Белешмә өсөн:
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуына ярашлы, «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru