“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә 27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурс башланды. Беренсе урын өсөн Бөрйәндән солоҡ балы ла әҙерләнгән.
Ошо матур бәйгелә Яңауыл районы Байғужа ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Гөлназ Әмирова ла ҡатнаша.
Байғужа мәктәбе бинаһында урынлашҡан ауыл китапханаһы бөхтәлеге, тәртип менән иғтибарҙы йәлеп итә. Баш китапханасы Гөлназ Зәбир ҡыҙының әлеге вазифала эш башлауына бер йыл да тулмаған әле, шулай ҙа ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнеш булдырып өлгөргән: календарға ярашлы саралар даими үткәрелә, күргәҙмәләр ойошторола, “Гармония” клубы уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы күсмә китап күргәҙмәһе булдырып, халыҡ алдында сығыш яһаған, сәләмәт тормош тураһында әңгәмәләр ойошторған, яңы китаптар менән дә даими таныштырып тора. Гөлназ Зәбир ҡыҙы Мария Гилева, Джанна Андарьянова, Елена Сәрүәрдинованы иң әүҙем китап уҡыусылар булараҡ билдәләне.
Ауыл китапханаһының мәктәптә урынлашыуы уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла уңайлы: тәнәфестә шау-гөр килеп балалар тула. Берәүҙәре – журнал, икенселәре сағыу һүрәтле китаптарҙы ҡарай.
– Йәш быуын китап уҡымай, тигән һүҙ дөрөҫ тип әйтмәҫ инем. Уҡырға яратҡан балалар, йәштәр бар, хатта ҡалын романдарҙы ла алалар. Ауыл халҡы бөтә матбуғат баҫмаларына ла яҙыла алмай, шуға күрә, китап алырға килгәндә, бер ыңғай гәзит-журналдарҙы ла уҡыйҙар, – ти китапханасы.
Гөлназ менән Флорид Әмировтар – Байғужаның матур ғаиләләренең береһе. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ғаилә башлығы Флорид Ҡасим улы “Башнефть-Яңауыл” йәмғиәтендә оператор булып эшләй. Өлкән улдары Илнур менән Айнурҙың да ғаиләләре Нефтекама ҡалаһында төпләнгән. Килендәре Лариса һәм Руфина ла күптән инде был ғаиләлә үҙ кешегә әйләнгән. Ейәнсәрҙәре Лия менән ейәндәре Рамзан – нәнәй менән ҡартатайҙың яратып, көтөп алған ҡәҙерле ҡунағы. Әмировтарҙың кесе улдары Айваз, Илназ – игеҙәктәр. Илназ Байғужа мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы булып эшләй, бер үк мәлдә Өфө университетының Бөрө филиалында уҡып та йөрөй. Ауыл йәштәренең лидеры булып танылған ул, бөгөн Байғужала уның етәкселегендә Йәштәр советы әүҙем эшләп килә.
Әмировтарҙың күркәм йорто, төҙөк хужалығы әллә ҡайҙан уҡ бында егәрле, матур тормошҡа ынтылған кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй.
– Бергәләп баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Тәбиғәттә булырға, емеш-еләк йыйырға яратабыҙ. Бер эштән дә ҡурҡмай, тотабыҙ ҙа үҙебеҙ эшләйбеҙ, – ти Гөлназ Әмирова.
Беҙ уға ошолай ғаилә именлегендә, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәүен, яратып башҡарған эшенән йәм табып эшләүен теләйбеҙ! Конкурста ла уңыштар юлдаш юулһын һеҙгә, Гөлназ Зәбир ҡыҙы!
Айрат Нурмөхәмәтов һәм ғаилә альбомынан алынған фотолар.