Билдәле автор, сценарист, ололар өсөн 60-тан ашыу фантастик һәм психологик романдар яҙған Олег Рой “Китап байрамы”нда ижади осрашыу үткәрә. Ул балалар өсөн дә яҙа. Яҙыусы ҡунаҡтарҙы был ҙур сараға саҡыра.
24 - 26 майҙа Өфөләге Совет майҙанында ҙур байрам – “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәрелә. Китап һәм әҙәбиәт аша Европа һәм Азияны берләштереүсе сарала Рәсәйҙең 18 төбәгенән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Шулай уҡ был көндәрҙә Рәсәй Яҙыусылар союзы пленумы уҙғарыла. Йәрминкәнең тәүге көнөндә А.С. Пушкиндың тыуыуының 225 йыллығын билдәләйәсәктәр.
Видео по ссылке: https://disk.yandex.ru/i/ZKKK2CsXCWR_RQ