Бөтә илдән 12 команда Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында уҙған Продукт программалауы буйынса беренсе асыҡ турнирҙа ҡатнашты.
Илдең йәш программистары Өфөгә партнерҙарҙан кейстар сисеүҙә ҡатнашыу өсөн килгән. Уларҙы әҙерләү һәм яҡлау өсөн, төнгө ваҡытты ла иҫәпкә индереп, 24 сәғәт ваҡыт бирелде.
Был сара спорт программалауы буйынса 27-се Урал чемпионатына старт бирҙе. Хакатон эштәре ике кейстың береһен сисеүҙе үҙ эсенә алғайны.
Һөҙөмтәлә «Образдарҙы таныу» кейсында Көньяҡ Урал дәүләт университеты командаһы беренсе урынға лайыҡ булды, ә икенсе урынды Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмик приборҙар эшләү университеты менән П.Г. Демидов исемендәге Ярославль дәүләт университеты командалары үҙ-ара бүлеште. «Ҡушымта эшләү» кейсында Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмик приборҙар эшләү университеты вәкилдәре алдынғы булды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23916/