Белем һәм тәрбиә
21 Май 2024, 14:50

Ҡошҡа әйләнермен

Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың яңы повестар йыйынтығы донъя күрҙе. Китапҡа яҙыусының өс повесы индерелгән. Унда ғаилә мөнәсәбәттәренең актуаль проблемалары күтәрелә.

Ҡошҡа әйләнерменҠошҡа әйләнермен
Ҡошҡа әйләнермен

Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың “Мин ҡошҡа әүерелермен” повестар йыйынтығы донъя күрҙе. Китапҡа яҙыусының өс повесы индерелгән. Унда ғаилә мөнәсәбәттәренең актуаль проблемалары күтәрелә.

Автор фекеренсә, ғаилә кеше тормошонда мөһим һәм әһәмиәтле урын алып тора. Үҫмерҙәр өсөн, уларҙың тормошҡа ҡарашы формалашҡан сағында, бигерәк тә ғаиләләге мөхит мөһим – ошо идеяны үткәрә әҫәрендә яҙыусы.

Руссаға Зөһрә Бураҡаева, Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылған.

Яңы китапты 24 -26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы”нда һатып алыу мөмкинлеге бар.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает

 

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас