Белем һәм тәрбиә
24 Май 2024, 01:30

Иң яҡшы ашхананы асыҡланылар

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһанылар.

Иң яҡшы ашхананы асыҡланыларИң яҡшы ашхананы асыҡланылар
Иң яҡшы ашхананы асыҡланылар

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһанылар. Сара 2-се “Смарт” полилингваль күп профилле гимназияла үткәрелде.

Финалда 14 мәктәп, шул иҫәптән биш ауыл, алты ҡала һәм миллионлы ҡаланың өс мәктәп ашханаһы ҡатнашты. Белем биреү ойошмалары “Хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек блогы” квест-практикумы, “Ата-әсәләрҙең өс һорауы” блиц-турнирын үтте, шулай уҡ үҙҙәренең төрлө тема буйынса әҙерләнгән өҫтәлдәрен презентацияланы, тип хәбәр итте республиканың Фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Миллионлы ҡаланың иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Өфөләге 1-се лицей еңеүсе булды. Призерҙар араһында Өфөләге 30-сы һаңғырауҙар һәм насар ишеткәндәр өсөн коррекция мәктәп-интернаты (икенсе урын) һәм Өфөләге 35-се “Мәғариф үҙәге” (өсөнсө урын) бар.

“Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Нефтекаманан 17-се “Ҡанатлан” мәктәбе еңеү яуланы. Октябрьскийҙан 1-се (икенсе урын) һәм Стәрлетамаҡтан 9-сы мәктәп (өсөнсө урын) призерҙар булды.

“Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024” номинацияһында Благовар районының Языков ауылы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы мәктәбе, өсөнсөлә - Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 4-се мәктәп.

Республика этабында еңеп сығыусылар Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсының федераль этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Быйыл көҙ ярымфинал һәм финал Мордовияла үткәрелә.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас