Белем һәм тәрбиә
24 Май 2024, 12:45

Радий Хәбиров сығарылыш класы уҡыусыларын мәктәпте тамамлау менән ҡотланы

Бөгөн «Торатау» конгресс-холы янында «Ватан» этнопаркында «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ойошторолдо.

Радий Хәбиров сығарылыш класы уҡыусыларын мәктәпте тамамлау менән ҡотланыРадий Хәбиров сығарылыш класы уҡыусыларын мәктәпте тамамлау менән ҡотланы
Радий Хәбиров сығарылыш класы уҡыусыларын мәктәпте тамамлау менән ҡотланы

2024 йылда Башҡортостан мәктәптәрен бөтәһе 15,5 мең 11-се класс уҡыусыһы тамамлай, шул иҫәптән 4385-е - Өфөлә. Уҡыуҙы тамамлауҙары менән сығарылыш уҡыусыларын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

- Һеҙ оло тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ һәм үҙегеҙ өсөн үҙегеҙ яуап бирәһегеҙ, - тине ул. - Ошо ваҡыт эсендә ата-әсәләрегеҙ һәм уҡытыусыларығыҙ һеҙгә күберәк белем бирергә тырышты. Беҙҙең өсөн һеҙ мәңгелеккә иң аҡыллы һәм яратҡан балалар булып ҡаласаҡһығыҙ. Алда һеҙҙе дәүләт имтиханы көтә, унан һуң кемдер эшкә барасаҡ, ә кемдер уҡыуын дауам итәсәк. Уңыштар! 

Төбәк етәксеһе йәштәргә юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң тыуған республикаһына ҡайтыуҙарын теләне.

Байрамды Рим Хәсәнов музыкаһына «Өфө йүкәләре» гранд-вальсы дауам итте. Сара Өфөнөң 450 йыллығына арналды. Уны бер үк ваҡытта дүрт мең 11-се класс уҡыусыһы башҡарҙы. Бынан тыш, сараны ойоштороусылар балалар өсөн концерт әҙерләгәйне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас