Район-ҡала башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу һәм уның сифаты тураһында фекер алышыу булды.
– Дүрт ай эсендә Социаль туҡланыу идаралығы 275 тикшереү эшләне, уларҙың ете проценты - ата-әсәләр мөрәжәғәте буйынса. Сеймал менән әҙер ризыҡты лабораторияла тикшереү арта, - тине А. Назаров.
Министрҙар кабинеты етәксеһе был эштә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелеүен билдәләне. Был аш-һыу әҙерләү технологияһына ла, балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнмәгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуға ла ҡағыла.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Василий Таболин мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу һәм уның сифаты, яңы уҡыу йылына әҙерлек тураһында ентеклерәк һөйләне.
Премьер-министр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына ҡала-район хакимиәттәре менән берлектә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе, шулай уҡ киләһе уҡыу йылы башынан мәктәптә туҡланыуҙы төрләндереүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/