Белем һәм тәрбиә
27 Май 2024, 06:45

Вуз-ара кампуста кибер-ателье барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 1 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путинды Өфөләге IQ-парк менән таныштырҙы.

Өфө дәүләт нефть техник университетының кибер-ательеһы - беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты. Һәм был - һанлы фабрикаларҙың прототибы.

Бында виртуаль ысынбарлыҡта кейем проектлана. Был кейемде һанлы игеҙәк ярҙамында кейеп ҡарарға, кәрәк булғанда төҙәтмәләр индерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ кейем-һалым, интерьер һәм аксессуарҙарҙы биҙәү өсөн файҙаланылған стилле принттар һәм орнаменттар булдыралар.

Теләгән һәр кем үҙен модельер һәм дизайнер ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн оҫталыҡ дәресенә йәки экскурсияға яҙылырға кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефондар: 7 (347) 252-09-01, 8(960)387-40-63, «Технология һәм кейемде конструкциялау» кафедраһы инженеры Диана Әхмәтханова.

Вуз-ара студенттар кампусы «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса төҙөлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 1 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путинды Өфөләге IQ-парк менән таныштырҙы. Бында Өфө дәүләт нефть техник университетының 10 тикшеренеү лабораторияһы һәм үҙәге эшләй.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-144352066_267671

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас