Өфөнөң Вуз-ара кампусы стеналарында Өфө дәүләт нефть техник университетының VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы эшләй башланы. Ул ӨДНТУ-ның ”Приоритет 2030” үҫеш программаһының “Евразия политехник мәктәбе” стратегик проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған.
Уның хеҙмәткәрҙәре көн һайын нефть һәм газ индустрияһы һәм белем биреү робототехник системалары өсөн VR-симуляторҙар эшләү менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта лабораторияның активында 4 виртуаль тренажер бар. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡорамалдар менән эшләү өсөн яңы кадрҙар әҙерләргә һәм эштәрҙе башҡарыуҙа авариялылыҡты кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Робототехника һәм виртуаль ысынбарлыҡ бөгөн бөтә тармаҡтарҙа ла тиерлек, тәү сиратта, сәнәғәттә талап ителә. ӨДНТУ-ла был йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса программалар тәүге йыл ғына тормошҡа ашырылмай, киләсәктә яңы технологиялар яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары сиктәрендә генә ҡулланылмаһын өсөн лаборатория һынауҙары, форумдар һәм дискуссиялар үткәрелә.
ӨДНТУ-ның робототехника һәм VR-технологиялар лабораторияһы сәнәғәт роботлаштырылған манипуляторҙарын программалау, робототехника һәм уларҙы көндәлек тормошта ҡулланыу өлкәһендә ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һәм университетының индустриаль партнер-компаниялары өсөн VR-технологиялар эшләү менән шөғөлләнә.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып технологик процестарҙы һәм ҡорамалдарҙы файҙаланыу, ремонтлау, диагностикалау, көйләү буйынса виртуаль ысынбарлыҡ тренажерҙары әҙерләнәсәк. Бөтә эш ил һәм төбәк сәнәғәте ихтыяждарына ҡарап ҡорола.
Фото: pravitelstvorb.ru