Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2024, 16:25

Өфө университеты студенттары VK fest-ҡа шәп болидтар алып килде

Бөгөн Өфөлә асыҡ һауала VK fest тип аталған ҙур сара бара. Артистарҙың сығыштарынан тыш, бында бихисап ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар эшләй. 

Өфө университеты студенттары VK fest-ҡа шәп болидтар алып килдеӨфө университеты студенттары VK fest-ҡа шәп болидтар алып килде
Өфө университеты студенттары VK fest-ҡа шәп болидтар алып килде

Мәҫәлән, UGATU Racing Team командаһы фестивалгә чемпиондарҙың болидын һәм электр ҡаргиҙәр алып килгән. Фестиваль ҡунаҡтары шлем кейеп, үҙҙәрен пилот ролендә һынап ҡарай, иҫтәлеккә фото төшә ала.

- “Формула студент” болиды – чемпондарҙыҡы, сөнки ул былтыр Рәсәй кимәлендәге ярыштаберенсе урын яуланы. “Байкал миле”ндә беҙҙең болид боҙ өҫтөнән дә йөрөнө. Ул ҡуйған рекордты әлегәсә бер кем дә үтә алғаны юҡ, - ти UGATU Racing Team командаһының маркетинг бүлеге етәксеһе Кристина Десяткина. – Бына тыш беҙ ҡаргиҙәр ҙә алып килдек. Тәүҙә ул двигатель ярҙамында эшләй ине, беҙ уны үҙгәртеп ҡороп, электр ярҙамында эшләүгә ҡулайлаштырҙыҡ. Ҡаргиҙәр ҙә – рекордсмен. Тольяттиҙа үткән "Жигулевская миля" ярышында уның менән боҙҙа йөрөп рекорд ҡуйылды.

Шуны билдәләргә кәрәк: болидтарҙы һәм ҡаргиҙәрҙе студенттар уҡытыусылар менән берлектә үҙҙәре эшләгән.

Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-06-01/studenty-uunit-privezli-na-vk-fest-krutye-bolidy-3794511 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас