Белем һәм тәрбиә
3 Июнь 2024, 12:00

Ғаризаларығыҙҙы ебәреп өлгөрөгөҙ!

БР Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеүгә ете көн ҡалды.

Ғаризаларығыҙҙы ебәреп өлгөрөгөҙ!Ғаризаларығыҙҙы ебәреп өлгөрөгөҙ!
Ғаризаларығыҙҙы ебәреп өлгөрөгөҙ!

2024 йылда йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеү буйынса конкурстың дөйөм бюджеты 40 миллион һум тәшкил итә. Бер проекттың ике миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар.

Конкурста республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Бынан тыш, ҡатнашыуға илдең башҡа субъекттарынан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа саҡырыла. Тик бер шарт бар: проекттың етәксеһе – Рәсәйҙәге юғары уҡыу йортонда белем алған Башҡортостан студенты булырға, ә саралар республиканан ситтә планлаштырылырға тейеш.  

Конкурсҡа ғаризалар социаль әһәмиәтле характерҙа булырға һәм проекттың маҡсатлы төркөмөнөң, атап әйткәндә, 14-35 йәшлек йәштәрҙең тормошон яҡшыртырға тейеш. Был - тәҡдим ителгән проекттарға төп талаптарҙың береһе.

 Ҡасан һәм нисек ҡатнашырға?

Конкурсты үткәреү тураһында положение талаптарына ярашлы тултырылған ғаризаны урындағы ваҡыт буйынса 10 июндә 17:00 сәғәткә тиклем грантыглавы102.рф сайтында бирергә кәрәк.

Ғаризаны тултырыу буйынса мәғлүмәтте  https://vk.com/video/playlist/-191923773_4 һылтанмаһы буйынса Фонд берләшмәһендәге видеолар араһында табырға мөмкин.

Фото: грантыглавы102.рф

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас