Белем һәм тәрбиә
3 Июнь 2024, 15:10

Ольга Бузованың кейеме ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы

Йырсының бындай асыҡ кейемдә сәхнәгә сығыу осрағын Тәфтиш комитеты тикшерәсәк...

Ольга Бузованың кейеме ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙыОльга Бузованың кейеме ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы
Ольга Бузованың кейеме ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы

Әле социаль селтәрҙә Рәсәй эстрада йондоҙо Ольга Бузованың Өфөлә VK Fest сараһындағы сығышы буйынса ризаһыҙлыҡ белдереп яҙалар. Мәғлүм булыуынса, 1 июндә йырсы унда үтә асыҡ “кейемдә” сығыш яһаған.

Уның был сығышы буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Ольга Бузова Өфөләге VK Fest-та асыҡ кейемдә сығыш яһаны. Бөгөн Балаларҙы яҡлау көнө. Унда балалар күп. Ул, ғөмүмән, адекватмы икән?” – тип яҙған.

Хәүефһеҙ интернет лигаһы башлығы Екатерина Мизулина VK Fest-та сығыш яһаған Ольга Бузованың тышҡы ҡиәфәте менән ҡәнәғәт түгел. Йырсының кейемен тәнҡитләгән пост уның Телеграм-каналында ҡуйылған.

“Өфөлә Балаларҙы яҡлау көнөндә "яланғас кисә" үтте. Ольга Бузова сәхнәгә бик асыҡ кейемдә сыға. Быларҙың барыһын да бик күп балалар һәм үҫмерҙәр ҡарай. Төбәк халҡы был хәлгә бик асыулана. Һәм мин улар менән теләктәшлек белдерәм”, тип яҙа Мизулина. “Мин шау-шыу тыуҙырған "яланғас кисә" һәм балаларҙы яҡлау көнөндә ошондай образда сығыш яһау араһында бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем”, тигән ул.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ольга Бузованың бындай асыҡ кейемдә сәхнәгә сығыу осрағын Тәфтиш комитеты тикшерәсәк.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас