4 июндә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең форумы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән партия ағазалары, делегаттар ҡатнашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо уҡ көндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе партия конференцияһы үтте һәм унда делегаттар Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтте.
Партияның бындай ҡарары буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина белдереүенсә, Радий Хәбиров республикабыҙҙың милли мәктәптәренең үҫешенә айырым иғтибар бүлә.
– Радий Хәбиров етәкселек иткән осорҙа республикабыҙҙың милли мәктәптәренең үҫешенә айырым иғтибар бүленә башланы.
Иң беренсе сиратта – милли инновациялы мәктәптәрҙе капиталь ремонт исемлегенә индереүгә. Былтыр беҙҙең Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ла ошо программаға эләкте. Бина яңы төҫ алды, кабинеттар тулыһынса йыһазландырылды, матди-техник база нығынды. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Шулай уҡ Мәғариф министрлығы, ресурс үҙәге яғынан да иғтибар көсәйҙе. Төрлө форум, семинар, конкурстар үткәрелеп тора. Был саралар милли мәктәптәрҙең үҙ-ара бәйләнешен булдырҙы һәм бөтәбеҙҙең дә бер эште – милләтебеҙҙе үҫтерергә тигән маҡсатты үҙ алдына алыуына булышлыҡ итеү, – тине Дилә Фәтҡуллина.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.