Сираттағы диплом эштәрен яҡлау 6 июндә, иртәнге сәғәт 10-дан вуз-ара кампустың 712-се аудиторияһында (7-се ҡат) үткәрелә. Уның темалары: йорт хайуандары өсөн инновация үҙәген проектлау, республикала модулле йорттар төҙөүҙе үҫтереү, Башҡортостан биләмәһендә яңы киңлектәр булдырыу (этнографик парк, туристик кластер һәм парк-отель). Шулай уҡ ҡала кварталдарының береһен, Өфөләге «Машина эшләүселәр һарайы»н һәм «Промсвязь» заводын реконструкциялау буйынса проекттар күрһәтеләсәк.
Сығарылыш эштәрен ҡабул итеү комиссияһына Өфө дәүләт нефть техник университетының «Архитектура» кафедраһы уҡытыусылары – архитектура кандидаттары, Өфө проект институттары һәм компанияларының баш архитекторҙары инә. Бакалавр эштәрен яҡлау 13 июнгә тиклем дауам итә, ә 18 июндән магистрҙар яҡлай башлай.
Өфөләге вуз-ара кампусты файҙаланыуға тапшырғандан алып Өфө дәүләт нефть техник университетының «Яңы йәшәү мөхите» стратегик проекты сиктәрендә эшләү өсөн булдырылған креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһында уҡыу дәрестәре, конференциялар, проекттар өҫтөндә эш алып барыла.
Белешмә
Өфө вуз-ара кампусы РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru