Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2024, 11:00

Денис БДИ-ны 100 балға тапшырған!

Баймаҡ уҡыусыһы география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған

Денис БДИ-ны 100 балға тапшырған!Денис БДИ-ны 100 балға тапшырған!
Денис БДИ-ны 100 балға тапшырған!

Баймаҡтың 4-се лицейы уҡыусыһы Денис Хисаметдинов география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған.

Уҡытыусыһы-Миләүшә Әширәф ҡыҙы Бәхтиева.

Егет был лицейҙа беренсе кластан уҡый һәм бөтә фәндәр буйынса уҡыу отличнигы булып тора. Шулай уҡ география, инглиз теле, физика һәм информатика буйынса бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында даими ҡатнаша, унда призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2023-2024 уҡыу йылында Денис география буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабы призеры һәм инглиз теле буйынса муниципаль этап еңеүсеһе булған.

Тырыштарға уңыш йылмая шул!

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас