Белем һәм тәрбиә
7 Июнь 2024, 09:35

Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!

Әлегә уларҙың етешһеҙ яҡтары ла барҙыр. Был эштә һеҙҙең ярҙам кәрәк: нимәләргә иғтибар итергә, нимәләрҙе өҫтәргә, үҙгәртергә? 

Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!

Бөгөн, 7 июндә, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Һомай” платформаһы нигеҙендә эшләнгән “Әминә” аҡыллы колонкаһының исем туйы үтте. Сарала башҡорт теле, башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре ҡатнашты. Уның барышында шулай уҡ башҡорт телен һанлаштырыу буйынса башҡарылған башта башланғыстар менән дә таныштырҙылар.

Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернат директоры урынбаҫары Азамат Шәмсетдинов әйтеүенсә, “Әминә” аҡыллы колонкаһын булдырыуға улар белем усағының Сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһының тәҡдименә ярашлы тотонғандар.

- Проектты “Һомай” платформаһын булдырыусы Айгиз Ҡунафин, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән берлектә тормошҡа ашырҙыҡ. Беребеҙгә лә сер түгел, бөгөн балалар русса аралашыуҙы хуп күрә, сөнки Интернет селтәрендә башлыса рус телендәге контентты тыңлай, уҡый, ҡарай. Шуға күрә беҙгә һанлы донъяла мөмкин тиклем күберәк башҡорт телендәге контент булдырыу бурысы тора. Эште башлағанда ошо маҡсатты күҙ уңында тоттоҡ, - тине был проекттың етәксеһе Азамат Зәкир улы.

Айгиз Ҡунафин “Һомай” платформаһының, шул уҡ исемдәге аҡыллы колонканың нисек барлыҡҡа килеүе, уның мөмкинлектәре тураһында ентекле һөйләне, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә уның менән эшләү алымдарын өйрәтте.

Айгиз Рәжәп улы шулай уҡ “Тикшереү сайты”ның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был сайт башҡорт телендәге текстарҙы тикшерә белә. Әлегә ул хәреф хаталарын ғына күрһәтә, киләсәктә уны пунктуация, стилистика йәһәтенән хаталарҙы табыу йүнәлешендә камиллаштырырға уйлайҙар.

Айгиз Ҡунафиндың тағы бер проекты – “Башҡорт теле. Онлайн” да педагогтар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Был платформа башҡорт теленән онлайн алымда дәрестәр биреүгә, йәғни тел нескәлектәренә өйрәтеүгә ҡоролған.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова ойошманың эшмәкәрлек йүнәлештәре тураһында һөйләне. Бөгөн Гөлназ Рауил ҡыҙы етәкселегендәге берҙәм команда бихисап башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, башҡорт телен киңерәк танытыу маҡсатында ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, төрлө проекттар өсөн гранттар яулауға юлдар аса. Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған проекттарҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы гранттары иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған.

Әйтергә кәрәк, был башланғыстарҙың барыһы ла – ҙур эштең башы, инеше. Уларҙың күбеһе һынау үтеү юлында. Бөгөн күптәребеҙ “Алиса”, “Маруся” кеүек рус телендәге аҡыллы колонкаларҙың эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш. Ә башҡорт телендәге “Һомай” һәм “Әминә” – Рәсәй халыҡтары араһында милли телдә булдырылған тәүге аҡыллы колонкалар ул!

- Әлегә уларҙың етешһеҙ яҡтары ла барҙыр. Был эштә беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк. Нимәләргә иғтибар итергә? Нимәләрҙе өҫтәргә, үҙгәртергә? Һеҙ ошо аҡыллы колонкаларҙы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса һанлы платформаларҙы ғәмәлдә ҡулланып ҡарап, үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе еткерегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте проект авторҙары уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә.

Сарала ҡатнашыусыларға артабанғы эштәрендә ҡулланыу өсөн аҡыллы колонкалар тапшырылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Алисамы, Марусямы? Юҡ, Һомай менән Әминә!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас