Белем һәм тәрбиә
9 Июнь 2024, 15:30

Күңелдәрен бер ҡарышҡа үҫтерҙеләр

Элек ошо мәктәпте тамамлаған уҡыусы, конкурсты ойоштороу идеяһынан тыш,  үҙе бағыусы булып та сығыш яһаған...

Күңелдәрен бер ҡарышҡа үҫтерҙеләрКүңелдәрен бер ҡарышҡа үҫтерҙеләр
Күңелдәрен бер ҡарышҡа үҫтерҙеләр

Бүздәк районында үткән балалар һабантуйында Ҡаран мәктәбенең “Йыл уҡыусыһы-24” конкурсына йомғаҡ яһалды. Йыл әйләнәһенә  уҡыусылар олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәрҙе  билдәләүе ауыр  булды, ти педагогтар.

Шулай ҙа оҙаҡ ҡына фекер алышҡандан һуң 11-се класс уҡыусыһы Гөлшат Вәлиуллинаны еңеүсе тип билдәләнеләр. 8-се класс уҡыусыһы Розалина Йәләлова һәм  11-се класс уҡыусыһы Илшат Сәйетов  призер исеменә лайыҡ булды. Алдынғыларға дипломдар һәм аҡсалата приздар тапшырылды.  Конкурсты ойоштороу  идеяһы  элек ошо мәктәпте тамамлаған уҡыусы, яҙыусы Айҙар Зәкиевтыҡы, үҙе спонсор булып та сығыш яһаны, тип яҙа “Буздякские новости”. Балаларға уңыштар теләйбеҙ!

Фото:https://buzdyaknews.ru 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас