Белем һәм тәрбиә
14 Июнь 2024, 13:55

Андрей Назаров геном үҙәгенең төҙөлөшөн тикшерҙе

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар объектты төҙөү буйынса ағымдағы хәлде һәм геном үҙәге буйынса «юл картаһы»н яңыртыуҙы тикшерҙе.

Андрей Назаров геном үҙәгенең төҙөлөшөн тикшерҙеАндрей Назаров геном үҙәгенең төҙөлөшөн тикшерҙе
Андрей Назаров геном үҙәгенең төҙөлөшөн тикшерҙе

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

БР Төҙөлөш министрлығы вәкилдәре, подрядсылар һәм проектлаусылар менән бергә ул кампустың буласаҡ геном үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар объектты төҙөү буйынса ағымдағы хәлде һәм геном үҙәге буйынса «юл картаһы»н яңыртыуҙы тикшерҙе.

Хәҙер майҙансыҡта ҡаҙылған соҡорҙоң төбө тығыҙлана, бетондан әҙерлек ҡоролмаһы эшләнгән, аҙна аҙағында нигеҙ плитәһен һалыу күҙаллана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай кампустар Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төҙөлә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24185/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас