Белем һәм тәрбиә
14 Июнь 2024, 13:45

Олимпиадала ҡатнашыусылар ташламалар аласаҡ

Өфө фән һәм технологиялар университетының 12 студенты дипломант булды.

Олимпиадала ҡатнашыусылар ташламалар аласаҡОлимпиадала ҡатнашыусылар ташламалар аласаҡ
Олимпиадала ҡатнашыусылар ташламалар аласаҡ

«Мин - профессионал» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының етенсе миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Ул РФ Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Өфө университетынан һигеҙ меңдән ашыу ҡатнашыусы олимпиадаға теркәлгән, 296-һы ҡатнашыуға үткән. Өфө фән һәм технологиялар университетының 12 студенты дипломант булды. Йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һәм дипломанттар олимпиаданың карьера порталына инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, унда индустриаль лидерҙар - проект партнерҙарынан вакансиялар, стажировкалар һәм практикалар бирелгән.

Быларҙан тыш, Өфө университеты дүртенсе тапҡыр «Математик модель әҙерләү» йүнәлешенең юғары уҡыу йорто-ойоштороусыһы булды.

Быйыл финал һынауҙарына бөтә Рәсәйҙән 100-ләгән студент үтте.

Олимпиада дипломанттары илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә льготалар, ҙур профилле компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеген аласаҡ, ә алтын, көмөш һәм бронза миҙал алыусыларға 300 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24176/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас