+20 °С
Болотло
Сибай ҡалаһы мәктәптәре араһында ла БДИ-ны 100 балға тапшырған уҡыусылар бар. Фәнис Һөйөндөков - Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 11-се сығарылыш класс уҡыусыһы. Ул математиканан Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған. Уҡытыусыһы - Айгөл Салауат ҡыҙы Хәмитова.
Бар яҡлап тырыш егет интеллектуаль олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, спортты ярата. Ишле ғаиләлә үҫкән егет - туғандары өсөн дә өҙөлөп торған ағай һәм ҡусты.
Афарин, Фәнис!
Фото: асыҡ сығанаҡтан