Белем һәм тәрбиә
14 Июнь 2024, 12:30

Ҡытайҙар менән берлектә лаборатория төҙөлә

Быйыл Шаньдун нефть һәм химия технологияһы институтында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары стажировка үтәсәк.

Ҡытайҙар менән берлектә лаборатория төҙөләҠытайҙар менән берлектә лаборатория төҙөлә
Ҡытайҙар менән берлектә лаборатория төҙөлә

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы менән Шаньдун нефть һәм химия технологияһы институты хеҙмәттәшлек тураһында меморандум сиктәрендә вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында лаборатория булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе.

Документ берлектәге фәнни-техник проекттарҙы, тикшеренеүҙәрҙе, ғилми конференцияларҙы, күргәҙмәләрҙе, академик материалдар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостандың Фәнни-белем биреү үҙәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә. Беренсе берлектәге сара - быйыл Шаньдун нефть һәм химия технологияһы институтында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдарының стажировка үтеүе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24165/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас