Белем һәм тәрбиә
17 Июнь 2024, 09:15

60 йәш ғалим стажировка үткән

Тағы туғыҙ йәш ғалим яҡын арала Ҡытайҙың Чанчжоу университетына юлланасаҡ.

60 йәш ғалим стажировка үткән60 йәш ғалим стажировка үткән
60 йәш ғалим стажировка үткән

2023 йылда вуз-ара кампус резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университетының 100-ҙән ашыу йәш тикшеренеүсеһе үҙ компетенцияһын арттырҙы һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Томск, Ҡаҙағстан, Иран, Ҡытай һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша алды.

2024 йыл башынан 60-тан ашыу кеше стажировка үткән. Тағы туғыҙ йәш ғалим яҡын арала Ҡытайҙың Чанчжоу университетына юлланасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге йәш ғалимдарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бындай ярҙам формаларының береһе - Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең төп ғилми-тикшеренеү үҙәктәрендә һәм университеттарында ғилми-белем биреү стажировкаларын ойоштороу.

Хәҙерге ваҡытта Өфө университетынан йәш тикшеренеүселәрҙең өс төркөмө Ҡытай Халыҡ Республикаһының Нанкин технологик университетында һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа һәм Әл-Айн университеттарында стажировка үтә. Фәнни-белем биреү стажировкалары программалары йөкмәткеле һәм юғары кимәлдә ойошторолған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24184/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас