Белем һәм тәрбиә
18 Июнь 2024, 12:55

Өфө университеты командаһы Мәскәүҙә ҙур еңеү яуланы

Вуз-ара кампус резидентының йыйылма командаһы Рәсәйҙең иң көслө өс студент киберкомандаһы иҫәбенә инде. 

Өфө университеты командаһы Мәскәүҙә ҙур еңеү яуланыӨфө университеты командаһы Мәскәүҙә ҙур еңеү яуланы
Өфө университеты командаһы Мәскәүҙә ҙур еңеү яуланы

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты студенттары Бөтә Рәсәй киберспорт студенттар лигаһы финалында дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урын яуланы. Беҙҙекеләр Мәскәү ҡалаһының ике командаһын ғына алға үткәрҙе.

Был – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттарының бөтә Рәсәй кимәлендәге киберспорт ярыштарында ҙур еңеүе. Мәскәүҙә уҙған гранд-финалдың приз фонды 3 миллион һум тәшкил итте. Иң көслө команда исеменә Рәсәйҙең һигеҙ юғары уҡыу йорто киберкомандаһы көс һынашты.

Өфө университетынан 12 студент сығыш яһаны, улар дүрт дисциплинаның өсәүһе буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Финал йомғаҡтары буйынса Өфө командаһы, Мәскәүҙең ике юғары уҡыу йортонан ҡалышып, чемпионаттың бронза призеры булды.

- Гранд-финалға тиклем ярыштарҙың төбәк һәм зона этаптары үтте, унда бөтә ил буйынса биш йөҙгә яҡын уҡыу йорто ҡатнашты. Өфө фән һәм технологиялар университетының йыйылма командаһы һәр этапта еңеү яуланы. Был берҙәм команда эше һәм университет етәкселеге ярҙамы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Күптәрҙең студент киберспорты моделенә күсеүен иҫәпкә алғанда, Мәскәү вуздары менән ярышыуы еңелдән булманы. Быйылғы финалда беренсе курс студенттарыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өфө университеты сираттағы тапҡыр төбәктең беренсе киберспорт вузы һәм илдә киберспорт хәрәкәте флагманы исемен раҫланы, - тип комментарий бирҙе Өфө университеты командаһының баш тренеры Роман Кәшфуллин.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас