Өфө вуз-ара кампусы һәм сәнәғәт предприятиелары ғалимдары Курчатов институтында стажировка үтте. Был – республиканың фәнни-белем биреү ойошмалары һәм индустриаль компаниялары вәкилдәре өсөн тәүге берлектәге программа.
Делегация составына университеттар һәм фәнни ойошмалар – Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре инде. Тәүге тапҡыр Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең индустриаль партнерҙары – «БАШНЕФТЕГЕОФИЗИКА» акционерҙар йәмғиәте һәм «НИПИ НГ «Петон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре лә стажировка үтте.
Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университетының Курчатов институтында стажировка һәм танышыу практикаһы ваҡытында вуз-ара студент кампусының аддитив технологиялар лабораторияһы хеҙмәткәре Фәнир Килмөхәмәтов синхротрон нурланыуҙың Курчатов сығанағын өйрәнеү буйынса тикшереү үткәрҙе.
- Яңы йүнәлештәге белемемде яңы перспективалы ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулланырға ниәтләнәм, - тип һөйләне Фәнир Килмөхәмәтов.
Курчатов институты хеҙмәткәрҙәре ғалимдарға тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне, бындағы үҙәктәрҙең һәм лабораторияларҙың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, шулай уҡ төрлө ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының эшмәкәрлеге «Фән һәм университеттар» милли проектына ярашлы дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен файҙаланып, инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru