Белем һәм тәрбиә
27 Июнь 2024, 08:30

Инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡый ала

Ошо турала закон ҡабул ителде.  

Инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡый алаИнвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡый ала
Инвалид етем балалар бюджет иҫәбенә ҡайтанан уҡый ала

Яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы БР Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте.

– Закон һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән етем балаларҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеүгә йүнәлтелгән, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Инвалид етемдәр республика бюджеты иҫәбенә бер тапҡыр көндөҙгө бүлектә ҡайтанан уҡыу программаларын үтә аласаҡ.

Бынан тыш, закон менән бөтә уҡыу осорона айлыҡ пособие һәм уҡыу әҙәбиәте һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары һатып алыуға пособие түләү ҡаралған.

Түләүҙәрҙең күләмен һәм тәртибен БР Хөкүмәте билдәләйәсәк. Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас