Евразия ғилми-белем биреү ғалимдары Башҡортостандың фәнни һәм туристик потенциалын асыусы туғыҙ экскурсия әҙерләгән. Һәр маршрут фәнни йүнәлештәрҙең береһенә, атап әйткәндә, гуманитар, техник, химик, биологик-медицина, IT өлкәһенә - арналған. Турҙар төбәктең уникаль ғилми-тикшеренеү инфраструктураһы объекттарына – университет лабораторияларынан алып иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларына һәм республиканың мөһим туристик урындарына - төбәктең геопарктарына һәм курорттарына эләгергә мөмкинлек бирә.
Фәнни-популяр тур 4 июлдә 10.00 сәғәттә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында (Зәки Вәлиди урамы, 32/2 йорт) башлана. Туристарҙы өҫтәл варгеймдары һәм Өфө ғалимдары уйлап тапҡан виртуаль уйындар, археологик ҡомташта артефакттар ҡаҙыу, уникаль экспонаттар ҡуйылған музейҙарға барыу һәм мауыҡтырғыс викториналар көтә.
Туғыҙ фәнни-популяр тур Фән һәм технологиялар ун йыллығы инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә әҙерләнгән. Бөтә маршруттар ҙа РФ Президенты ҡарамағындағы Фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советының экспертизаһын уңышлы үткән һәм Рәсәйҙең фәнни-популяр маршруттары исемлегенә индерелгән.
*Маршруттар исемлеге:
"Сократ. Гуманитар йүнәлешле фәнни-популяр маршрут”
"Физика-математикалы Өфө: Өфө математика һәм физика призмаһы аша»
“Тәбиғи-ғилми Өфө: ерҙәге тормоштоң барлыҡҡа килеүенән В. И. Вернадскийҙың ноосфераһына тиклем"
“Пифагор” фәнни-белем биреү маршруты”
«Авиценна” биология-медицина экскурсияһы”
"Шень Ко: фәнни-техник эшләнмәләр донъяһы”
"Дмитрий Менделеев". Өфө - Рәсәйҙең химия баш ҡалаһы: атомдарҙан - киләсәк материалдарына”
"Михаил Ломоносов". Донъяға яңыса ҡара”
“Янғантау Геопаркы буйлап фәнни-популяр экскурсия"
Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24341/