Белем һәм тәрбиә
4 Июль 2024, 15:10

Беҙҙең вуз алдынғылар рәтендә

Рейтинг һөҙөмтәләре быны раҫлай.  

Беҙҙең вуз алдынғылар рәтендәБеҙҙең вуз алдынғылар рәтендә
Беҙҙең вуз алдынғылар рәтендә

Вуз-ара кампус резиденты – Башҡорт дәүләт медицина университеты - Рәсәй вуздары араһында 30-36 интервал трөкөмөнә һәм MosIUR халыҡ-ара глобаль рейтингының 801-900 интервал төркөмөнә инде.

Медицина вуздары араһында БДМУ ныҡлы дүртенсе позицияны биләй. Был уҡыу йорто - вуз-ара студенттар кампусының төп резиденттарының береһе. Университет эталонлы фәнни киңлектең ике ҡатын биләй. Уларҙа студенттар өсөн заманса лабораториялар һәм уңайлы аудиториялар урынлашҡан.

“Университеттың өс миссияһы” рейтингын формалаштырыу Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең ректорҙар союзы тарафынан башланғыс алған. Вуздарҙың Мәскәү халыҡ-ара рейтингы – яңы академик рейтинг. Ул тәүге тапҡыр университеттың барлыҡ өс төп миссияларын баһалай: белем биреү, фән һәм йәмғиәт менән бәйләнеш.

Вуздарҙың рейтинг һөҙөмтәләре Рәсәйҙең ректорҙар союзы съезының сираттағы ултырышында әйтелде.

Шуны билдәләү мөһим, рейтинг булдырыу башланғысы Рәсәй,Ҡытай, Һиндостан, Иран, Төркиә, Японияның әйҙәүсе университеттары тарафынан хупланған. Рейтинг алымы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә масштаблы йәмәғәт тикшереүе үткән. Унда 100-ҙән ашыу университет ҡатнашҡан.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас