Бөтә яңылыҡтар

Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала

 Уҡытыусы “Рус география йәмғиәте” ойошмаһына хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе.

Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала
Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәктәр советының күсмә ултырышында һәм йәштәр слетында ҡатнашты. Көн тәртибендә үткән йылға йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдағы осорға эш бурыстары билдәләнде.

Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзаларына әүҙем хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шуларҙың береһе - Ильвира Әнис ҡыҙы Ғарипова, Дәүләкән районының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы, “Рус география йәмғиәте” ойошмаһының урындағы бүлексә рәйесе.

- Мин 2015 йылдан Бөтә Рәсәй “Рус география йәмғиәте” ойошмаһы ағзаһы булып торам. Республикала тәүгеләрҙән булып 2016 йылда уның Дәүләкән районында урындағы бүлексәһен астыҡ. География уҡытыусыһы булараҡ, геология түңәрәген ойошторҙом, йәмғиәттең төбәк бүлексәһе, район етәкселеге ярҙамында геология музейын астыҡ, бөгөн уның етәксеһе булып торам, “Рус география йәмғиәте” ойошмаһының урындағы бүлексәһе лә мәктәптә теркәлгән.

Уҡыусылар менән географик походтар, экспедициялар ойоштороп Башҡортостанды йөрөп сыҡтыҡ.  Ишембай районында Ишәй ауылы янындағы гипс мәмерйәһен, Сибай карьерҙарын, Силәбе өлкәһендәге Ильмень минералогик ҡурсаулығын, Баймаҡ районындағы ҡаҙылма ятҡылыҡтарҙы, “Янғантау” геопаркында “Иҙрис” мәмерйәһен ҡарарға, өйрәнергә барҙыҡ. Сентябрь-октябрь айҙарында уҡыусылар менән “Торатау” геопаркына барыу традицияға әйләнгән. Уҡыу йылы аҙағында  Өфө ҡалаһына ”Ласселбергер” заводы компанияһына барып, минералдарҙы ҡайҙан килтереүҙәре, унан плитә эшләү процесы менән танышып ҡайттыҡ. Музейҙарҙа әйҙәүсе белгестәр менән алдан килешелгәнсә, уҡыусыларға минералдар тураһында тулы мәғлүмәт бирелә. Өфө фән һәм технологиялар университетының геология музейында ла беҙҙе танып торалар.

Беҙ башҡа район уҡыусылары, педагогтары, бигерәк тә әлшәйҙәр менән аралашабыҙ, дәрестәр, семинарҙар уҙғарабыҙ, географик, экологик диктанттарҙа, төрлө акцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ. “Рәсәйҙе беләм” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, Рәсәй спилс-картаһын тиҙлеккә йыйыу буйынса – беренсе, Башҡортостан картаһын йыйыу буйына икенсе урын яулап, Маҡтау грамоталары менән бүләкләндек. Күп уҡыусыларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уянды, география, геология, геодезия, метеорология, туризм, картографияға бәйле һөнәрҙәр һайлағандар күп, улар менән ғорурланам.

Бөгөнсө сарала, “Рус география йәмғиәте”нең урындағы бүлексәләре араһында уҙғарылған грант конкурсында еңеүсе  булараҡ, бүлексәбеҙгә 80 мең һумлыҡ сертификат, ә миңә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде, “Рус география йәмғиәте” ойошмаһының фиҙакәрлек менән башҡарған хеҙмәтемде юғары баһалағаны өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм, - тине ул. 

 

Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала
Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала
Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: