Бөтә яңылыҡтар

Предприятие өсөн кадрҙар әҙерләнәсәк

2023 йылда предприятиеның кереме дүрт миллиард һумдан ашҡан. Ә быйыл күрһәткесте алты миллиард һумға тиклем еткерергә планлаштыралар.

Предприятие өсөн кадрҙар әҙерләнәсәк
Предприятие өсөн кадрҙар әҙерләнәсәк

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Стерэкс Пак” компанияһының эшмәкәрлеге тикшерелде. 2017 йылдан Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә эшләгән предприятие төрлө эсемлектәр өсөн асептик ҡаптар етештереүҙә махсуслаша. Коллективта 130 кеше эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың апрелендә “Инвестиция сәғәте”ндә импортты алмаштырыусы проект хупланды. Ә 2020 йылдың октябрендә төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында яңы технология комплексының эше менән танышты.

“Стерэкс Пак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Голобородкин предприятиеның финанс-иҡтисади эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәрендә ыңғай динамика күҙәтелеүе хаҡында һөйләне. 2023 йылда предприятиеның кереме дүрт миллиард һумдан ашҡан. Ә быйыл күрһәткесте алты миллиард һумға тиклем еткерергә планлаштыралар.

– Рәсәйҙә етештерелгән сеймалға күсеү компания үҫешенең мөһим аҙымы булды. 2022 йылда дүрт ай дауамында илебеҙҙә етештерелгән ҡатырға, полиэтилен, башҡа материалдар менән тәьмин итеүселәр менән эшкә күстек, - тип хәбәр итте Дмитрий Голобородкин. - Төрөү материалдарын һатыуҙың географияһын да киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Үҙебеҙҙәге партнерҙар менән бер рәттән продукцияны Ҡаҙағстанға ла оҙатабыҙ.

Предприятие етәксеһе социаль проекттарға ҙур иғтибар бүленеүен өҫтәне. Мәҫәлән, компания Оло Ҡуғанак ауылындағы балалар йорто биләмәһендә күп функциялы спорт-уйын майҙансығы төҙөнө. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылауҙар ойоштороуҙа ла даими ярҙам итәләр.

Производствоның йылдам үҫешенә бәйле, Дмитрий Голобородкин полиграфия өлкәһендә һөнәри белеме булған өҫтәмә хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында тейешле белгеслектәге квалификациялы кадрҙар етешмәй.

Радий Хәбиров компанияның эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Стәрлетамаҡта бихисап колледждар эшләй, уларҙа предприятие ихтыяждары өсөн белгестәр әҙерләү буйынса өҫтәмә төркөмдәр ойошторорға мөмкин, тип билдәләне ул. Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ошо йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: