Бөтә яңылыҡтар

Студенттар проекттарын уңышлы яҡланы

Иң яҡшы командалар үҙҙәренең уникаль һәм ҡыҙыҡлы эштәрен тәҡдим итте.

Студенттар проекттарын уңышлы яҡланы
Студенттар проекттарын уңышлы яҡланы

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курс студенттары “Проект оҫтаханалары. Йәмәғәт проекттары” дисциплинаһы буйынса проекттарын яҡланы. Иң яҡшы командалар үҙҙәренең уникаль һәм ҡыҙыҡлы эштәрен тәҡдим итте. Студенттар белем, күнекмәләр һәм ижтимағи проблемаларҙы хәл итеүгә ижади ҡараш күрһәтте. Партнерҙар, шул иҫәптән РСО, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Мәрхәмәт» фонды, ӨДНТУ-ның Изгелек үҙәге һәм ӨДНТУ уҡытыусылары арҡаһында проекттарҙың күп өлөшө уңышлы тормошҡа ашырылған да инде.

- “Хеҙмәт ярҙамында уҡытыу" программаһы әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә һәм социаль проектлау практикаһын өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был эшмәкәрлек дауам итер һәм киләһе йылда йәмғиәтебеҙ өсөн көнүҙәк мәсьәлә буйынса яңы проекттар һәм ҡарарҙар барлыҡҡа килер тип ышанабыҙ, – тине Өфөнөң Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Елена Недопекина.

 - Студенттарҙың үҙ проекттарыөҫтөндә  ентекле эшләүен күреү бик ҡыуаныслы. Был - федераль программаның төп маҡсаты! - тип билдәләне «Аутизм-төбәктәр» ойошмаһының әйҙәүсе белгесе Виталий Герасимов.

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24389/

 

   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: