Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте

Проект “Фән һәм университеттар” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте
Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте

Июль башында Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһы Өфө кампусының төп бинаһы проекты буйынса ыңғай һығымта бирҙе. Проект “Фән һәм университеттар” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.  Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә был хаҡта Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы проекты ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте. Концессионер булып “Кампус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Эталон Концессиялар” компаниялар төркөмө) сығыш яһай, проект өҫтөндә “Мирпроект” компанияһы эшләй.

 - Федераль етәкселек Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың төп бинаһына Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһын үткәреүҙе октябргә билдәләгәйне, ләкин беҙ ваҡытынан алда - 6 июлдә үткәрҙек. Был беҙгә 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда икенсе бина төҙөүгә тотонорға һәм объектты 2025 йылдың декабрендә үк тамамларға мөмкинлек бирә, – тип уртаҡлашты төбәк Министрҙар кабинеты рәйесе.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бының ҙур ҡаҙаныш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 - Проект эшенең ҙур күләме башҡарылды, экспертизаны федераль теркәү хеҙмәте үткәрҙе. Был - ҙур хеҙмәт, беҙ бөтә проект эштәрен үттек һәм ыңғай һығымта алдыҡ, – тип билдәләне ул.

Кампустың беренсе сиратын төҙөү былтыр йыл аҙағында тамамланды. Икенсе сиратта яҡынса 103 мең квадрат метр төҙөлөш күҙ уңында тотола. Проект буйынса был 4300 студент урынына иҫәпләнгән ятаҡтар, уҡыу блоктары, лабораториялар, геном үҙәге, шулай уҡ ижтимағи-эшлекле киңлектәр һәм башҡа биналар буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәм «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. Уларҙа 400-гә яҡын лаборатория һәм 149 инфраструктура объекты асыласаҡ, 300-ҙән ашыу яңы белем биреү программаһы эшләйәсәк, студенттар өсөн 60 мең урын йыһазландырыласаҡ. 2030 йылға кампустар һаны 25-кә тиклем арта, ә 2036 йылға - 40-ҡа. Өфө кампусы проектынан тыш, «Эталон концессиялар» компанияһы Төмәндә, Пермдә һәм Архангельскиҙа кампустар проекттарын тормошҡа ашыра. Проектҡа һалынған аҡса күләме 27 миллиард һум тәшкил итә. Концепция сиктәрендә Өфө кампусы ете башнянан торасаҡ, уларға бөйөк ғалимдарҙың исемдәре биреләсәк.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24391/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: