Бөтә яңылыҡтар

Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?

Унда әлеге көнгә ике миллиондан ашыу мәҡәлә баҫылған да инде.

Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?

Ошо йәйҙә Рәсәйҙең РУВИКИ интернет-энциклопедияһы сыға башлауға бер йыл тула. Был көнгә интернет-баҫма технологик яңырыу кисергән, ике миллиондан ашыу мәҡәлә сығарған, уҡыусыларға тәғәйенләнгән мөһим проект булдырған һәм рәсәйлеләр араһында популярлашыуын дауам итә.

РУВИКИ википедия идеяларына нигеҙләнә, әммә ойоштороу һәм технологияһы айырыла. Стратегик партнерҙары – Рәсәйҙең Фәндәр академияһы, Президент китапханаһы, музейҙар, профессиональ ассоциациялар. Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып 2700-ҙән ашыу материал тикшерелгән, улар “рецензияланған” тигән билдә алған. Академик һәм ғилми хеҙмәттәрҙә лә, хаталаныуҙан ҡурҡмайынса, был хеҙмәттәргә һылтанырға мөмкин.

Эш артабан торған һайын күләмлерәк була бара. Бында эксперттар ҙа индерелә: эш тәжрибәһен, регалияларын раҫлай алған автор йә ғилми хеҙмәткәр энциклопедия материалдарына рецензия эшләй ала.

Бер йыл эсендә генә лә платформа бар мөһим күрһәткестәрҙе үҫтереүгә өлгәшкән. Уны айына 3,5 миллион кеше ҡарай, улар торған һайын арта. Ошо ваҡыт эсендә 36 меңдән ашыу материал яҙылған, милиондан күберәк төҙәтеү индерелгән.

2024 йылда РУВИКИ ике мөһим социаль проект менән таныштырҙы. Уҡыусылар өсөн имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итерлек материалдар ҡуйылған. Уларҙың барыһын да Рәсәй Фәндәр академияһы тикшергән, һәр ҡайһыһында бөтә предметтар буйынса ла сифатлы мәғлүмәт туплаған.

Майҙа, Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан, РУВИКИ үҙ майҙанында һәр кемгә һуғышта ҡатнашҡан туған-тыумасаһының батырлыҡтары тураһында һөйләп, уны энциклопедия биттәрендә ҡалдырыу мөмкинлеге бирҙе. Теләге булғандар өсөн акция әле лә дауам итә.

Яҙ интернет-энциклопедия Рәсәй күргәҙмәһендә ҡатнашты. Унда квиз үтеү һәм илебеҙ тураһында белемеңде тикшереү форсаты булды.

РУВИКИны Рәсәй халыҡтары телдәрендә үҫтереү өҫтөндә лә эш йәйелдерелә. Әлеге мәлдә унда башҡорт, алтай, татар, бүрәт, веп, ингуш, ҡалмыҡ, коми, коми-пермяк, карел, мари, муҡшы, саха (яҡут), тыва, удмурт, хакас, чечен, сыуаш, эрзя телдәрендәге бүлектәр бар.

Башҡорт телендәге бүлек әүҙем үҫтерелә. Июлгә ҡарата унда 65500 мәҡәлә баҫтырылған. Энциклопедия ҡыҙыҡлы, уникаль мәҡәләләр исемлеген булдырған. Мәҫәлән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең, Муса Мортазиндың көрәштәштәренең, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлектәре. “Айыҡ ауыл”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” һәм башҡа проекттар буйынса ла мәҡәләләр ҡуйылған.

Яҙ көнө РУВИКИ республиканың ике алдынғы юғары уҡыу йортонда – Өфө фән һәм технологиялар университеты (элекке БДУ), М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла исем туйын үткәрҙе. Был эште яңы уҡыу йылында ла дауам итергә ниәттәре бар.

– Һәр ҡайһы тел – ул ата-бабалар туплаған сакраль белемдәрҙе тапшырған билдәле бер код. Ул һаҡсыл ҡарашты һәм үҫтереүгә, һаҡлауға көс йүнәлтеүҙе талап иткән рухи байлыҡ. Беҙ башҡорт телен белгән һәр кешене РУВИКИҙың ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылырға саҡырабыҙ. Энциклопедияны һанлаштырылған киләсәк донъяһында мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән яңы мәғүмәттәр менән байытыуға өлөш индерергә мөмикинһегеҙ, – ти РУВИКИҙың Рәсәй халыҡтары телдәрендәге төбәк бүлектәре эшен координациялау бүлеге етәксеһе Рөстәм Ғатауллин.

Фото: РУВИКИ интернет-энциклопедияһы.

Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Интернет-энциклопедиялағы башҡорт теле бүлеге нисек эшләй?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: