Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы

“Өҫтөнлөк 2030” программаһы буйынса Башҡортостанда ядро медицинаһының ғилми-производство үҙәген булдырыу күҙ уңында тотола.

Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы

12 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы корпусын асыуҙа ҡатнашты.

Уны Фән һәм университеттар” милли проектының “Өҫтөнлөк 2030”  (“Приоритет 2030”) федераль программаһы сиктәрендә булдырҙылар. Яңы институт биология, медицина һәм биоинженерия өлкәһендә фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр башҡарыуҙа махсуслаша. Майҙаны өс мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинала алты заманса лаборатория урынлаштырылған. Бында башлыса 39 йәшкә тиклемге йәш ғалимдар эшләй, тикшеренеүҙәргә студенттарҙы ла йәлеп итәсәктәр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БДМУ хеҙмәткәрҙәрен һәм студенттарын Фундаменталь медицина институты асылыуы менән ҡотланы һәм юғары уҡыу йортоноң федераль һәм республика программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

- Беҙҙең медицина университеты Волга буйы федераль округының һәм тотош Рәсәй Федерацияһының медицина белеме флагмандарының береһе булып тора. Ул “Өҫтөнлөк 2030” программаһы буйынса проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнаша, юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы резиденты булып тора. Һәм нимә бик мөһим – һөҙөмтәләр күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. Инфраструктураның һәм лаборатория базаһының үҫешеүен күрәбеҙ. Ректор Валентин Николаевич Павловҡа юғары уҡыу йортон үҫтерергә теләгәне өсөн ҙур рәхмәт.

Республика етәксеһе Башҡортостан дәүләт медицина университеты уҡытыусыларына һәм сығарылыш уҡыусыларына коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашҡандары, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәткән юғары квалификациялы ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Хәҙер махсус хәрби операцияла яраланғандарҙы дауалаған уҡытыусыларға һәм белгестәргә рәхмәт. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ! - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Фундаменталь медицина институтының алты лабораторияһының береһен республика бюджетынан бүленгән мегагрант аҡсаһына булдырғандар. Ә ҡалғандары – БДМУ-ның “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһе.

– Был фән, медицина һәм мәғариф үҫешенә яҡшы ҡеүәт бирәсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

***

Фундаменталь медицина институтын асыу хөрмәтенә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко БДМУ коллективына сәләмләү хаты ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: “Ил алдында яңы дауалау ысулдарын, медицина изделиеларын һәм дарыу препараттарын булдырыу, персональ медицинаның яңы технологияларын индереү буйынса ҙур мәсьәләләр тора, был, һис шикһеҙ, медицинала фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү буйынса ҙур тырышлыҡ талап итә. Медицина университеттарының маҡсаты бөгөн табиптар әҙерләү генә түгел, ә белем биреү һәм тапшырыу. Башҡорт медицина университеты бик тиҙ үҫешә, ҙур фәнни һәм кадрҙар потенциалына эйә”.

***

Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Бадма Башанкаев республика Башлығына буласаҡ табиптарға атайҙарса мөнәсәбәте өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан ғалимдарының Рәсәй медицинаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәнен билдәләне.

– Бында федераль үҙәк ҡуйған маҡсаттарҙы аңлауҙары мине һоҡландыра, – тине Бадма Башанкаев. – Фән кешеләргә, шул иҫәптән пациенттарға ла ярҙам итергә тейеш. Мәҫәлән, бөгөн беҙ нервыны ябай, әммә бик һөҙөмтәле селтәр методикаһы ярҙамында дауалау ысулын күрҙек. 2025-2026 йылдарҙа был ысулдың кешеләрҙә һыналыуы көтөлә. 

 ***

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев Башҡортостан етәкселегенең медицина үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне.

- Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Башҡортостан Башлығы юғары белемгә биргән ҡеүәтте күрәбеҙ һәм әүҙем ярҙам итәбеҙ, – тине Дмитрий Афанасьев. - Беҙ юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк 2030” программаһында ҡатнашыуын хуплайбыҙ. Бөгөн бында ниндәй яңы лабораториялар булдырылыуын, фәнни тикшеренеүҙәрҙең, белем биреү процесының нисек барыуын күрҙек. Был Рәсәй Президентының ғүмер оҙайлығын арттырыу, үлемде кәметеү, һирәк осрай торған ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса ҡуйған бурыстарын эҙмә-эҙлекле хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Дмитрий Афанасьев билдәләүенсә, Фундаменталь медицина институты юғары уҡыу йортоноң киләсәге өсөн бик яҡшы нигеҙ буласаҡ.

***

Асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар яңы институт лабораторияларын ҡараны.

Мәҫәлән, тәбиғигә оҡшаш материалдар лабораторияһы регенератив медицинала һәм туҡыма инженерияһында ҡулланыу маҡсатында селтәр ебәге нигеҙендә инновацион биоматериал булдырыуға махсуслаша.

Тикшеренеүҙәрҙең хроматографик һәм спектраль ысулдары лабораторияһында простата, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм башҡа ауырыуҙарҙың онкомаркерҙары өйрәнеләсәк, шулай уҡ дарыуҙарҙың һәм фармацевтик субстанцияларҙың сифаты тикшереләсәк.

Күҙәнәк культуралары лабораторияһы регенератив медицина, иммунология, онкология өлкәһендә ҡулланыу өсөн инновацион күҙәнәк технологияларын эшләй.

Биопринтинг лабораторияһы ғалимдары остеоартрит, йәрәхәттән һуң зыян күргәндә һөйәк дефекттарын алмаштырыу өсөн композит һөйәк-һөйәк биоимплантын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Морфология лабораторияһы фән, клиник эш һәм мәғариф менән шөғөлләнә.

Фундаменталь медицина институтының алты лабораторияһының береһе - донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең персональ медицина өсөн биоинженер тест-системалар лабораторияһы.

Бында кеше организмы туҡымаларын имитациялаған 3D-биомодель in vitro булдырыла. Уларҙа яңы препараттарҙың тәьҫирен тикшереү планлаштырыла. 

– Республика артабан да ғилми тикшеренеүҙәргә, шул иҫәптән йәш ғалимдарға ярҙам итәсәк. Был процестың туҡтамауы мөһим, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лаборатория хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда.

***

Фундаменталь медицина институтын асыу сиктәрендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Ҡытайҙың “Huayi Isotopes” компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Өҫтөнлөк 2030” программаһы буйынса Башҡортостанда ядро медицинаһының ғилми-производство үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Проекттың партнеры шулай уҡ Курчатов институты буласаҡ.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юғары уҡый йорттарының федераль программаларҙа ҡатнашыуының мөһимлеген билдәләне.

– Рәсәй Президенты ҡарары буйынса юғары белем биреү һәм фән мәктәбенә ярҙам итеү буйынса байтаҡ дәүләт программалары тәҡдим ителде. Уларҙың барыһы ла һөҙөмтәле, уларҙың береһе – ”Өҫтөнлөк 2030”. Республиканың өс юғары уҡыу йорто был программала ҡатнаша, был беҙҙең ҙур ҡаҙанышыбыҙ. Программа етди финанс саралар бүлеү бурысын ҡуя, – тине Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙ Фундаменталь медицина институтын – “Өҫтөнлөк 2030“ сиктәрендә булдырылған XXI быуат лабораторияһын күрәбеҙ. Бында ҡатмарлы фәнни эҙләнеүҙәр бара, улар иртәгә үк мотлаҡ һөҙөмтә бирмәйәсәк. Әммә фундаменталь фән киләсәккә күҙ һалыу нигеҙендә төҙөлә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Өфөлә БДМУ-ның Фундаменталь медицина институты эшләй башланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: