Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар уңыштары менән ҡыуандыра

Һуңғы йылдарҙа имтиханды 100 балға тапшырыусыларҙың, олимпиадаларҙа еңеүселәрҙең артыуы мәктәп мәғарифын үҙгәртеп ҡороу буйынса алып барған эштәребеҙҙең дөрөҫ булыуын асыҡ күрһәтә. 

Уҡыусылар уңыштары менән ҡыуандыра
Уҡыусылар уңыштары менән ҡыуандыра

МӘҒАРИФ

Июль – сығарылыш уҡыусылары өсөн иң яуаплы, тулҡынландырғыс осорҙарҙың береһе, сөнки кисәге мәктәп уҡыусылары бөгөн үҙенең күңеленә ятҡан һөнәргә эйә булыу өсөн уҡыу йорто һайлау, документтар тапшырыу менән мәшғүл.  Быйыл республика мәктәптәрендә IX класты тамамлаған 50 меңдән ашыу һәм XI кластан һуң 15 меңгә яҡын йәш егет һәм ҡыҙға аттестат тапшырылды.  

Олимпиадаларҙа еңеүселәр арта

2023/2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 52 уҡыусы Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһы еңеүсеһе булып танылды.  Был – республика мәғарифының олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашҡан осорҙағы иң яҡшы һөҙөмтәһе.

– Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса республика, ғәҙәттәгесә, иң көслө 10 төбәк иҫәбенә инде, – тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. – 2024 йылда Башҡортостан төбәктәр рейтингында унынсынан алтынсы урынға күтәрелде. Быйыл олимпиаданың йомғаҡлау этабында еңеүселәрҙең дөйөм һаны 52 кеше тәшкил итте. Беҙҙә 10 еңеүсе һәм 42 призлы урын яулаусы бар.

Пекинда үткән 58-се Менделеев халыҡ-ара олимпиадаһында Рәсәй исеменән сығыш яһаған 10 уҡыусы араһында Республика инженер лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы, химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсеһе Вадим Харисов булды. Башҡортостан егете икенсе йыл рәттән Менделеев олимпиадаһы еңеүсеһе булып танылды. 2023 йылда ул Астанала үткән 57-се олимпиадала һәм Цюрихтағы 55-се халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙалға лайыҡ булғайны.

Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, республикала олимпиадаларҙа еңеүселәргә һәм призлы урын яулаусыларға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға матди ярҙам саралары – аҡсалата бүләкләүҙәр ҡаралған. Мәҫәлән, 2018 йылдан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм башҡа Рәсәй, төбәк-ара олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәренә һәм призерҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премиялары булдырылды. 2023 йылда бындай түләүҙәрҙе 421 уҡыусы һәм 242 педагог алған.

Аҡсалата премия дәртләндерә

Башҡортостанда 2021 йылдан Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһында, ил һәм төбәк-ара кимәлдәге башҡа төрлө конкурстарҙа еңеү һәм призлы урын яулаған уҡыусыларға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға республика Башлығының премияһы тапшырыла. Был дәртләндереү сараһының суммалары түбәндәгесә:

- Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – 100 мең һум;

- Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урын яулаусыларға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – 60 мең һум;

- Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған исемлеккә ингән олимпиадалар еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – 10 мең һум;

- ошо уҡ олимпиадаларҙа призлы урын яулаусыларға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – биш мең һум;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – биш мең һум;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала алдынғы урын яулаусыларға һәм уларҙың уҡытыусыларына – өс мең һум.

Тағы ла шуны билдәләп үтеү мөһим: сығарылыш класында белем алып, олимпиадала еңеү яулаған уҡыусылар вуз йәки колледжға уҡырға ингәндә айырым өҫтөнлөктәргә – мәҫәлән, имтиханһыҙ, конкурстан тыш ҡабул ителеү, өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә.

Имтиханды 100 балға тапшырыу мөғжизә түгел

Билдәләп үтеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары араһында Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар ҙа йыл һайын арта бара. Быйыл Башҡортостандан 147 егет һәм ҡыҙ һынауҙы иң юғары баһаға тапшырыуға өлгәште.

Был тәңгәлдә лә республика етәкселеге тарафынан булдырылған дәртләндереү сараларын билдәләп үтмәйенсә булмай. Мәҫәлән, БДИ-ны 100 балға тапшырыусыларға, улар Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын һайлаған осраҡта, 150 мең һум күләмдә аҡсалата премия ҡаралған.

Быйыл Күмертау ҡалаһындағы М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар араһынан ике уҡыусы – Азат Мөхәмәтшин менән Әҙилә Харисова химиянан БДИ-ны 100 балға тапшырған. Уларҙың икеһенең дә уҡытыусыһы – Рәсилә Әлимғол ҡыҙы Мөхәмәтшина.

– Уҡыу барышында төрлө ҡаҙаныштарға лайыҡ булған уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән педагогтарға республика етәкселеге тарафынан булдырылған премиялар тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға дәртләндерә. Беҙ республика олимпиадаларында еңеү яулаған, БДИ-ны юғары балға тапшырған уҡыусыларға гимназия-интернаттың премияларын да булдырҙыҡ. Төрлө фәндәр буйынса республика олимпиадаһында уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан уҡыусыларға – биш мең һум, Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биреүселәргә 25 мең һум аҡсалата дәртләндереү сараһы ҡаралған. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Хеҙмәтеңдең хөрмәтен татып эшләү, үҙ мәлендә баһаһын күреү кешенең күңелен үҫтерә, – ти гимназия-интернаттың директоры Шайморат Тимербулатов.

Үҫеш өсөн мөмкинлектәр етерлек

Республикала мәғарифты үҫтереү төрлө йүнәлештәге ҙур эшмәкәрлек булараҡ алып барыла. Мәҫәлән, 2019 йылда һәләтле уҡыусыларҙың интеллектуаль-ижади ҡеүәтен үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға, уларҙы олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге асылды. “Ҡанатлан!” белем биреү проектын ғәмәлгә ашырыу заманса уҡытыу алымдарын ҡулланыу мөмкинлектәрен арттыра.

Ошо проект нигеҙендәге “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы, республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыла. Былтырғы йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостан мәктәп стоматология кабинеттары һаны буйынса илдә алдынғылар исемлегендә билдәләнгән. 2023 йылда ғына ла республика мәктәптәрендә 30 ошондай бүлмә асылған. Ә инде мәктәп туҡланыуын ойоштороу йәһәтенән беҙҙең төбәк тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип табылды.

Беҙҙә йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә. 2020 йылдан Башҡортостан мәктәптәрендә 186 “шайморатовсылар” класы асылған, шуларҙың 97-һе – былтырғы йылда. Илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән “Патриот” паркы ҙур эш алып бара. Бында йыл дауамында республика мәктәптәренең Х класс уҡыусылары (егеттәре) хәрби-уҡыу күнекмә-йыйынына йыйыла.

Республика райондарына командировкалар барышында, Өфөлә үткән мәғариф саралары ваҡытында педагогтар менән әңгәмәләр ҡорорға тура килә. Улар ҙа тап ошо фекерҙе – республика етәкселеге тарафынан иғтибар, хеҙмәтеңә лайыҡлы баһа, һәр төрлө премиялар һәм гранттар булдырылыуы артабан да тырышып эшләргә дәртләндереүен билдәләй.

Эйе, уҡытыусылыҡ һәр заманда ла иң яуаплы, иң мөҡәддәс хеҙмәттән һаналған, сөнки улар ҡулына киләсәкте тәрбиәләү бурысы ышанып тапшырыла. Улар был бурысты ҙур теләк, дәрт, энтузиазм менән башҡара. Тырыш, фиҙакәр хеҙмәттең һөҙөмтәһе булараҡ, Башҡортостан уҡыусылары ил, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, сығарылыш имтихандарында юғары һөҙөмтәләр менән һөйөндөрә.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

– Быйыл сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ҡыуандырҙы. Башҡортостанда БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйыусыларҙың рекордлы һаны теркәлде. 147 имтихан эше иң юғары баһа менән билдәләнде. Был былтырғы йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек артығыраҡ (ул саҡта 82 булғайны). 11 сығарылыш уҡыусыһы бер юлы ике фәндән һынауҙы 100 балға тапшырыуға өлгәште, былтыр ундайҙар икәү генә булғайны. Былар – бик яҡшы һөҙөмтә. Уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайым! Киләсәккә һөнәр һайлауҙа уңыштар теләйем. Уларға һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын.

Һуңғы йылдарҙа имтиханды 100 балға тапшырыусыларҙың, олимпиадаларҙа еңеүселәрҙең артыуы мәктәп мәғарифын үҙгәртеп ҡороу буйынса алып барған эштәребеҙҙең дөрөҫ булыуын асыҡ күрһәтә, был минең өсөн бик мөһим. Артабан да тырышасаҡбыҙ, сөнки әле башҡараһы эш күп.

Иң төп бурыстарҙың береһе – президент программаһына ярашлы, 31 мәктәптә капиталь ремонт башҡарыу. Уларҙың алтауһын – быйыл, 25-ен киләһе йылда тамамлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ быйыл “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлгән, туғыҙ меңгә яҡын урынға иҫәпләнгән һигеҙ мәктәпте сафҡа индерергә планлаштырабыҙ.

Фото: “Башинформ” агентлығы”.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: