Бөтә яңылыҡтар

Йөҙ балл йыйғандар ике тапҡырға күберәк

– 153 йөҙ баллыҡ эштәрҙе 142 уҡыусы яҙған, уларҙың бишәүһе – уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар. Ун бер кеше мультибалл, йәғни ике йөҙ балл йыйҙы, - тип һөйләне Альберт Йәримов.

Йөҙ балл йыйғандар ике тапҡырға күберәк
Йөҙ балл йыйғандар ике тапҡырға күберәк

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар һаны артҡан. Республикала бөтәһе 153 уҡыусы йөҙ балл туплаған. Сағыштырыу өсөн – 2023 йылда 82 кеше ине. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

– 153 йөҙ баллыҡ эштәрҙе 142 уҡыусы яҙған, уларҙың бишәүһе – уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар. Ун бер кеше мультибалл, йәғни ике йөҙ балл йыйҙы, - тип һөйләне Альберт Йәримов.

2024 йылда республикала урта дөйөм белем биреү программалары буйынса бөтәһе 15 меңдән ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Иң популяр фәндәр – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү, шулай уҡ информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары.

Альберт Йәримов, 2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарған саҡта бер нисә яңылыҡ индерҙеләр, шул иҫәптән имтихандарҙы уҙғарыу пункттарында имтихан материалдарының тулы комплектын сканерлай башланылар, тип билдәләне. Был БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың бөтә материалдарын туранан-тура Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә йүнәлтергә, асыҡлыҡты һәм объективлыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Шулай уҡ 11-се класты тамамлаусылар 4 һәм 5 июлдә үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһен яңынан тапшыра алды. Уҡыусылар өсөн бындай мөмкинлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса индерелде – Башҡортостанда уның менән 2,5 меңдән ашыу кеше файҙаланды.

Республиканың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, төбәк Башлығы указына ярашлы йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән педагогтар 50 мең һум күләмендә премия ала. Бынан тыш, 2021 йылдан Башҡортостанда Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына ингән йөҙ балл йыйған уҡыусылар өсөн республика Башлығының 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премияһы бар.

– Июндә мин Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары менән осраштым. Быйыл улар ҙа, БДИ буйынса йөҙ балл йыйыусылар кеүек үк, ике тапҡырға күберәк, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Был мәктәптә белем биреүҙе яңыртыу буйынса бөтә көсөбөҙҙөң һөҙөмтәләр биреүе хаҡында һөйләй. Уҡытыусыларға, Мәғариф министрлығы етәкселегенә имтихандарҙы яҡшы ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт. Алға барабыҙ.

Республика етәксеһе Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм башҡа төбәк-ара конкурстар еңеүселәренә премияларҙы арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: