Бөтә яңылыҡтар

Геймификацияланған чат-бот ярҙамында башҡорт фольклорын өйрән

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды физик шәхестәр өсөн ойошторған гранттар конкурсында еңгән проект ярҙамында башҡорт фольклоры геройҙары менән танышырға мөмкин. 

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды физик шәхестәр өсөн ойошторған гранттар конкурсында еңгән проект ярҙамында башҡорт фольклоры геройҙары менән танышырға мөмкин. 

Геймификацияланған Folk Game чат-боты - мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы башҡорт фольклорын өйрәнеүгә йәлеп итеү өсөн заманса инструмент. Был ябай һәм уңайлы чат-бот менән уҡытыусылар ҙа, уларҙың уҡыусылары ла, шулай уҡ балаларға дәрестәр менән ярҙам итеүсе ата-әсәләр ҙә файҙалана ала. Уның ярҙамында ҡулланыусылар башҡорт фольклорының төп персонаждары менән таныша, киң таралған һәм һирәк осраған әкиәттәрҙе өйрәнә. Балалар һәм йәштәр аңлайышлы һәм, иң мөһиме, заманса формала башҡорттарҙың традицион ҡиммәттәрен үҙләштерә.

Проекттың географияһы сикләнмәгән - чат-бот менән ер шарының бөтә мөйөштәрендә лә танышырға мөмкин, интернет ҡына булһын.

Проекттың авторы - фольклорҙы өйрәнеүсе, Өфө фән һәм технологиялар универстетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты аспиранты Алина Хәйруллина.

-          Күп ваҡыт уҡытыусыларҙың башҡорт фольклорын өйрәнеү өсөн төрлө һәм мауыҡтырғыс материал әҙерләргә, уҡыусыларға оҡшаған сағыу миҫалдар һайларға ваҡыты етмәй. Чат-бот был проблеманы хәл итә. Ул мәғлүмәтте телефон аша өйрәнергә күнеккән уҡыусыларға һәм студенттарға ҡыҙыҡлы, - тип иҫәпләй ул.

Чат-ботҡа һылтанма: @FolkGame_bot

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: