Бөтә яңылыҡтар

Киберүҙәктә медицинала нейросеть ҡулланыуҙы үҙләштерәләр

Көҙгөһөн Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары-медиктары нейросеть ҡулланыу буйынса бушлай онлайн-курс үтәсәк. 

Киберүҙәктә медицинала нейросеть ҡулланыуҙы үҙләштерәләр
Киберүҙәктә медицинала нейросеть ҡулланыуҙы үҙләштерәләр

Башҡорт дәүләт медицина университеты киберүҙәге етәксеһе Марат Ханов "Росмолодежь" тарафынан уҙғарылған грант конкурсында нейросеть һәм яһалма интеллектты медицинала таратыу проекты менән еңеүсе булды.

Көҙгөһөн Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары-медиктары нейросеть ҡулланыу буйынса бушлай онлайн-курс үтәсәк. Уны тамамлағас, вуз-ара кампуста урынлашҡан Башҡорт дәүләт медицина университеты киберүҙәгендә нейросеть тураһында Төбәк-ара медицина форумы үтәсәк.

Форум Волга буйы федераль округының биш медицина университеты студенттарына яһалма интеллектты белем биреүҙә һәм киләсәктә табип эшмәкәрлегендә һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24445/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: