Бөтә яңылыҡтар

Вуз-ара кампуста үҙ бизнестарын теркәй алалар

Рәсәйҙең иң ҙур банкыларының береһе менән хеҙмәттәшлек университетта уҡ иҫәп-хисап асырға, юридик шәхес булып теркәлергә мөмкинлек бирәсәк.

Вуз-ара кампуста үҙ бизнестарын теркәй алалар
Вуз-ара кампуста үҙ бизнестарын теркәй алалар

Вуз-ара кампус резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм «СберБанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ-ара хеҙмәттәшлек  тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ сиктәрендә эшҡыуар-студенттар юғары уҡыу йортонда иҫәп аса һәм белгестәрҙән квалификациялы консультация ярҙамы ала аласаҡ.

Хеҙмәттәшлектең киләсәге һәм студенттар стартаптары өсөн яңы мөмкинлектәр тураһында һөйләшеү «Яңы бизнес территорияһы» студенттар эшҡыуарлығы үҙәгендә (Евразия фәнни-белем биреү үҙгенең вуз-ара кампусында 2024 йылдың мартында асылған яңы киңлек) үтте.

Рәсәйҙең иң ҙур банкыларының береһе менән хеҙмәттәшлек университетта уҡ иҫәп-хисап асырға, юридик шәхес булып теркәлергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, Өфө университеты студенттарҙың тулы цикллы стартаптары системаһын булдыра. Тәүҙә  студенттар менән бергә уникаль бизнес идеяһы барлыҡҡа килә. Был идея преакселерация, акселерация, баһалау үтә һәм грант йәки венчур финанслауға әҙерләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө дәүләт нефть техник университетының студенттар эшҡыуарлығы үҙәге үҙ предприятиеһын булдырыуға ниәтләнгән студенттар өсөн ойошторолған. «Университет эшҡыуарлығы инициативаһы» стратегик проекты етәксеһе Зөлфиә Садиҡова һүҙҙәренсә, киңлектең маҡсаты - интернет-компаниялар, маркетплейстар һәм социаль селтәрҙәр кеүек яңы бизнес каналдарын йәлеп итеү иҫәбенә студенттар проекттары өсөн мөмкинлектәрҙе өҙлөкһөҙ киңәйтеү.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт:  https://pravitelstvorb.ru/news/24466/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: