Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла балалар өсөн!

"1 сентябрҙә яңыртылған гимназияла эш башлаясаҡбыҙ", – ти Күмертау ҡалаһындағы М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы. 

Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!

Дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға ярашлы, тотош илебеҙҙә белем усаҡтары өр-яңы төҫ ала бара. Башҡортостан капиталь ремонтланған мәктәп биналарының һаны буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов үҙенең сығышында республиканы белем биреү инфраструктураһын үҫтереү эшендә өлгө булған төбәктәрҙең береһе тип билдәләне. Башҡортостанда һуңғы ике йылда ғына ошо программа буйынса 140 белем усағы (2022 йылда – 63, былтыр – 77 мәктәп) өр-яңы төҫ алды. Был эш быйыл да әүҙем дауам итә.

Капиталь ремонт тигәндә, стеналарҙы яңыртып буяу тураһында ғына һүҙ бармай, ғәмәлдә мәктәптең тышҡы биҙәлешенән башлап, ишек алды, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блогы, сантехника ҡорамалдарына тиклем барыһы ла алмаштырыла. Бынан тыш, күп урындарҙа мәктәп янындағы биләмәләр төҙөкләндерелә, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә. Шулай уҡ уҡыу әсбаптары һәм мәктәп йыһазы тулыһынса яңыға алмаштырыла. Әлбиттә, проект төҙөгәндә белем усағының әлеге мәлдәге торошо, ниндәй эштәрҙе тәү сиратта башҡарыу зарурлығы ла иҫәпкә алына.

Әлеге ваҡытта Күмертау ҡалаһындағы М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында ошо программаға ярашлы ремонт дауам итә. Белем усағының директоры Шайморат Тимербулатов беҙҙе эштәр барышы менән ихлас таныштырҙы.

Гимназия-интернаттың бинаһы 1959 йылда төҙөлгән. Ул замандың төҙөлөш алымдарына ярашлы, түшәм бик ҡалын ҡатламдан тора: бер квадрат метрға 20 килограмм самаһы штукатурка тура килә. Ваҡыт үтеү менән бөтә нимә лә үҙенең ныҡлығын юғалта башлай. Түшәм менән дә шул уҡ хәл: ошоға тиклем өс урында түбәнең емерелеү осрағы булған. Ә был балаларҙың да, педагогтарҙың ғүмеренә хәүеф менән янай. Шуға күрә капиталь ремонт буйынса программаға инеүҙе уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҙур уңыш тип иҫәпләй.

– Эштәр быйыл 12 мартта башланды. Бөтәһе 50 миллион һум аҡса бүленде, шуның 84 проценты – федераль бюджеттан, ҡалғаны – республика ярҙамы. Бынан тыш, йыһаздарҙы, уҡыу әсбаптарын яңыртыуға 10 миллион һумдан ашыу аҡса бирҙеләр. Мәктәп янын төҙөкләндереүгә республика етәкселеге 8,3 миллион һум бүлде. Әлбиттә, ошондай ҙур ремонттың башҡарылыуына ҡыуанабыҙ. 1 сентябрҙә өр-яңы төҫ алған гимназияла эш башларбыҙ, тип ышанам, – тип һөйләне Шайморат Азамат улы.

Беҙ барғанда белем усағының эсендә лә, тышында ла эштәр ойошҡанлы, дәррәү бара ине: бинаның түшәмендәге элекке ҡатлам тулыһынса һыҙырып алынып, заманса итеп көпләнгән, спорт залы, ашхана, уҡыу бүлмәләренең стеналары яңыртылған. Ашхананың стенанһын тигеҙләү менән шөғөлләнгән Рилә Хәмәтнурова (фотола): “Балаларға яҡты, уңайлы мөхит булһын тип тырышабыҙ”, – тине. Оҙаҡ йылдар төҙөлөштә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Рилә Тимерғәле ҡыҙының ҡулдарына күҙ эйәрмәй.

Ремонт эштәре барышында өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә килеп сыҡҡан: тантаналар залы тәңгәлендәге түбәне асҡас, ҡыйыҡтың терәүҙәре ныҡ иҫкереүе асыҡланған. Гимназия-интернат директоры Шайморат Азамат улы ата-әсәләр советы ағзалары менән берлектә әлеге мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләүҙәре, ошоға бәйле өҫтәмә проект-смета документтары әҙерләүҙәре хаҡында һөйләне. Белем усағы тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән, һәр яҡлап терәк-таяныс булған ата-әсәләрҙең, маҡсатлы директор етәкселегендә эшләгән берҙәм коллективтың тырышлығы бушҡа китмәҫ, был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ, сөнки бында тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙ шарттарҙа уҡыуы хаҡында һүҙ бара.

Әңгәмә барышында гимназия-интернат директоры: “Башҡарылған эштәр барыһы ла – балалар, йәғни халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн. Республика, ил етәкселегенең ошоно аңлап эш итеүе, әлеге ише программаларҙың тормошҡа ашырылыуы беҙҙе лә тырышып хеҙмәт итергә, йәш быуынға лайыҡлы белем һәм тәрбиә бирергә, яҡшы һөҙөмтәләргә ынтылырға дәртләндерә”, – тип билдәләне.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Артабан хәрәкәт итәсәкбеҙ, сөнки әле башҡараһы эш күп. Иң төп бурыстарҙың береһе – президент программаһына ярашлы 31 мәктәптә капиталь ремонт башҡарыу. Уларҙың алтауһын – быйыл, 25-ен киләһе йылда тамамлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ быйыл “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлгән, туғыҙ меңгә яҡын урынға иҫәпләнгән һигеҙ мәктәпте сафҡа индерергә планлаштырабыҙ.

АТА-ӘСӘЛӘР ФЕКЕРЕ

Ғәйнетдин Ғәзиз улы МӨХӘМӘТОВ, гимназия-интернаттың ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары:

– Ҡыҙыбыҙ Аэлита XI класҡа бара. Гимназияла капиталь ремонт эштәре башланыуын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә аңлап ҡабул итте. Бындай ремонт күптән кәрәк ине, айырыуса түбәнең торошо хәүеф уятты. Әле килеп, ошо проблеманың хәл ителеүе һөйөндөрә. Эш барышында асыҡланған өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ һәм үҙебеҙҙең йәһәттән белем усағына мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ.

Айгөл Сәғит ҡыҙы ИҘРИСОВА, ата-әсәләр советы ағзаһы:

– Улыбыҙ Илнур Шайморатов исемендәге класта уҡый, VI класҡа бара. Ремонт эштәре башланасағы тураһында былтыр уҡыу йылы башында уҡ әйткәйнеләр. Мәктәп етәкселеге ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында ентекле таныштырҙы, теләктәребеҙҙе белеште һәм төҙөкләндереү барышында даими рәүештә ата-әсәләр менән бәйләнештә булып, кәңәшләшеп торҙо.

Әлбиттә, башта бер аҙ борсолоу булды, балаларға ҡыйыныраҡ булыр, тип уйландыҡ. Әммә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булманы, парта, таҡта кеүек йыһаздарҙы ата-әсәләр, өлкән класс уҡыусылары бер көн эсендә күсереп, урынлаштырып ҡуйҙы. Уҡыу йылын бик матур һөҙөмтәләр менән тамамлауға өлгәштек.

Балалар ҙа был яңылыҡты аңлап ҡабул итте. Ҡайҙа яҡтылыҡ, кеше шунда тартыла, шуға күрә улар яңыртылған мөхиттең, матурлыҡтың ҡәҙерен белер, һаҡсыл мөнәсәбәттә булыр, тырышып уҡып, лайыҡлы шәхестәр булып үҫер, тип ышанабыҙ.

Уҡыусылар нимә ти?

Руслан ҒӘЛЛӘМОВ, IX “Б” класы уҡыусыһы (фотола):

– Гимназиябыҙҙа капиталь ремонт башланыуы тураһындағы хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттек. Ике ятаҡтың береһен ваҡытлыса уҡыу корпусы итеп үҙгәрттеләр, был эштә беҙ – өлкән класс уҡыусылары ла ихлас ярҙам иттек. Айырыуса башҡа мәктәптәрҙә бүленеп уҡымауға шатландыҡ, йәғни үҙебеҙ өйрәнгән мөхиттә белем алыуҙы дауам иттек. Ремонттан һуң гимназиябыҙ тағы ла матурыраҡ булыр, тип ышанабыҙ. Бында уҡыу оҡшай, үҙ-ара дуҫ, татыубыҙ. Төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа алдынғы урындар яулайбыҙ. Үҙем Күмертау ҡалаһында йәшәйем, бында республиканың төрлө мөйөштәренән килгән дуҫтар таптым.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: