Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров кампустың геном үҙәге төҙөлөшөн күрһәтте

Эштәр декабрҙә тамамланасаҡ.

Радий Хәбиров кампустың геном үҙәге төҙөлөшөн күрһәтте
Радий Хәбиров кампустың геном үҙәге төҙөлөшөн күрһәтте

“Был беҙҙең геном үҙәгенең төҙөлөш майҙансығы. Уны Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең  вуз-ара  студенттар кампусының икенсе сираты булараҡ төҙөйбөҙ. Декабргә эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ.

Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Ул персональ медицина, генетикала яһалма интеллект, биоинформатика һәм башҡаларҙа махсулаша.

Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дисциплина-ара проекттарҙы тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Бина дүрт ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны – 5,5 мең квадрат метр. Уны иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡбыҙ.

Бөгөн беҙ медицина, генетика һәм яһалма интеллект үҫеше өлкәһендә алға китеш өсөн ҡеүәтле инфраструктура базаһы булдырабыҙ. Барыһына ла уңыштар!” тиелә унда.

Фото: видеонан скриншот.

t.me/radiyhabirov /7930

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: