Бөтә яңылыҡтар

Студенттар ҡабул ителә

Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостан Республикаһы менән Идара итеү үҙәге (ЦУР) менән берлектә магистратураға «Идара итеү системаһында сәйәси коммуникациялар» селтәрле белем биреү программаһына студенттарҙы ҡабул итә башлай.

Студенттар ҡабул ителә
Студенттар ҡабул ителә

Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостан Республикаһы менән Идара итеү үҙәге (ЦУР) менән берлектә магистратураға «Идара итеү системаһында сәйәси коммуникациялар» селтәрле белем биреү программаһына студенттарҙы ҡабул итә башлай. Программа йөкмәткеһе буйынса ғына уникаль түгел – республика Хөкүмәте тәүге тапҡыр төбәктең юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында ошондай килешеү төҙөнө. Программа сәйәси коммуникация һәм хәҙерге сәйәсәт тураһында төплө белемле, заманса коммуникация каналдарын яҡшы белгән һәм социаль-сәйәси өлкәлә белемдәрен ҡуллана алған, тиҙ үҙгәреүсе донъя шарттарында хәлдәрҙе анализлау күнекмәләренә эйә һәм XXI быуаттың сәйәси проблемаларын һөҙөмтәле хәл итә алған белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Программа ӨФҺТУ-ның Гуманитар һәм социаль фәндәр институтының политология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһында тормошҡа ашырыла, ул 20 йылдан ашыу инде пиарсылар һәм политологтар әҙерләй. Лекцияларҙы алдынғы теоретик уҡытыусылар уҡый, ә практик дәрестәрҙе шәхси коммуникациялар, коммуникация менеджменты, сәйәси коммуникациялар өлкәһендәге белгестәр алып барасаҡ. Шулай итеп, студенттар төбәк менән идара итеү системаһында, шул иҫәптән мәғлүмәт-аналитика бүлектәрендә һәм кире бәйләнеш менән шөғөлләнгән бүлектәрҙә эшләү өсөн кәрәкле белем аласаҡ.

Яңы программа буйынса көндөҙгө уҡыуға 15 бюджет урыны бүленгән, ә түләүле нигеҙҙә көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу формаһында ла уҡырға мөмкин.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24499/  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: