Бөтә яңылыҡтар

Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә

Бөгөн уҡыу йорттарында ҡыҙыу һәм яуаплы мәл – ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Ошоға бәйле республикабыҙҙың үҙенсәлекле уҡыу йорттарының береһе – БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр АБДРАХМАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. 

Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә

Бөгөн уҡыу йорттарында ҡыҙыу һәм яуаплы мәл – ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Ошоға бәйле республикабыҙҙың үҙенсәлекле уҡыу йорттарының береһе – БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр АБДРАХМАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, йәмәғәт эшмәкәре менән әңгәмәбеҙ уҡыу йортоноң тормошо, ҡабул итеү барышы менән генә сикләнеп ҡалманы.

– Данияр Мәүлийәр улы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы бөгөн нисек йәшәй? Быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?

– 30 йылдан ашыу ваҡытҡа тиң эшмәкәрлек осоронда беҙҙең академия 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарҙы. Улар төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләй: республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендәге ҙур предприятиеларға етәкселек итә, араларында министрҙар, хакимиәт башлыҡтары, РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бар.

БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының төп үҙенсәлеге шунда – ул төбәгебеҙҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн һөнәри кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер махсуслашҡан уҡыу йорто. Шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләйәсәк белгестәр уҡый беҙҙә. Көндөҙгө бүлектәр буйынса ҡараһаҡ, юридик факультет айырыуса киң билдәлелек яулаған. Мәктәп, колледж тамамлаған йәштәр күп килә. Магистратура буйынса академиябыҙҙың визит карточкаһы тип дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешен атар инем. Бында министрҙар ҙа, ҡала-район хакимиәте башлыҡтары ла, шулай уҡ буласаҡ чиновниктар ҙа уҡый.

Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы ойошҡанлы дауам итә, уҡырға инергә теләк белдереүселәр күп. Абитуриенттар ғаризаны дүрт төрлө ысул менән тапшыра ала, был йәштәргә бик уңайлы. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән 120-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән (22 июлгә ҡарата – редакциянан). Был һан тағы ла артасаҡ әле.

Иң төп яңылыҡтарыбыҙҙың береһе – быйыл тәүге тапҡыр дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлеше буйынса магистратураға дистанциялы алымда уҡыу программаһы нигеҙендә ҡабул итеү ойошторабыҙ. Ул “Һанлы дәүләт” тип атала. Студенттар үҙҙәренә уңайлы мәлдә – ял көндәрендә, отпуск осоронда, төп эшенән һуң шөғөлләнә, имтихандар тапшыра ала. Был бик уңайлы, сөнки бөгөн күптәр тығыҙ графикта эшләй һәм йәшәй, өҫтәүенә юл, йәшәү өсөн сығымдар китмәй. Әлеге йүнәлеш буйынса төрлө хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операция ветерандары күпләп уҡырға инергә теләк белдерҙе.

Өҫтәмә белем биреү һәм инновациялы үҫеш департаменты әүҙем эшләй. Һөнәри йәһәттән үҫергә, өҫтәмә белем алырға теләүселәргә беҙҙә йөҙгә яҡын йүнәлеш буйынса уҡыу мөмкинлеге бар.

– Данияр Мәүлийәр улы, академия ректоры булыу менән бер рәттән һеҙ – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе лә. Беҙҙең гәзитте башлыса урта һәм оло быуын вәкилдәре уҡый, бына уларға ошо ойошмаһының төп эшмәкәрлек асылын ябай ғына итеп аңлатып үтәйек әле. Йәмәғәт палатаһы нимә менән шөғөлләнә? Уға ниндәй бурыстар йөкмәтелгән?

– Йәмәғәт палатаһы – ул, беренсенән, диалог өсөн майҙансыҡ. Унда кешеләр осраша, аралаша, үҙҙәрен борсоған мәсьәлә менән килә, уның буйынса фекер алыша, хәл итеү юлдарын эҙләй. Икенсенән, ойошма йәмәғәт контроле менән шөғөлләнә.

Оло быуын вәкилдәренә килгәндә, ғәҙәттә, улар – хаҡлы ялда булған, ҙур тормош юлы үткән, тәжрибәле кешеләр. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: күптәре, йәшенә ҡарамай, йәмғиәткә файҙалы булырға теләй, балаларының, ейәндәренең матур киләсәге өсөн борсола, нимәлер эшләгеһе килә. Ошондай осраҡта төрлө йәмәғәт ойошмалары ярҙамға килә. Улар үҙ сиратында Йәмәғәт палатаһының майҙансыҡтары булып та һанала. Мәҫәлән, беҙҙә мәктәп туҡланыуын, балалар уйын майҙансыҡтарын контролдә тотҡан комиссиялар бар. Әлеге ваҡытта алда торған һайлауҙа ҡатнашыу өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ. Йәғни теләге булған һәр кем ошо эштәрҙә ҡатнаша ала.

Бөгөн дәүләт коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға (НКО) социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярайһы уҡ ҙур суммала аҡса, йәғни гранттар бүлә. Кешеләр берләшеп, үҙ ойошмаһын булдыра йәки бығаса эшләп килгән берләшмәгә ҡушыла һәм үҙ башланғысын ғәмәлгә ашыра ала.

Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса Ресурс үҙәге эшләй. Бында һәр кемгә ошондай ойошманы булдырыу, грантҡа ғариза биреү, уны юллау һәм дөрөҫ итеп отчет биреү йәһәтенән ярҙам итәләр, өйрәтәләр.

Йәмәғәт палатаһындағы эшмәкәрлек өсөн аҡса түләнмәй, йәғни бында һәр кем дөйөм эшкә йәмәғәт башланғысында үҙ өлөшөн индерә, бары тик Ресурс үҙәгендәге хеҙмәткәрҙәрҙәр генә рәсми рәүештә эшләй. Улар көн дауамында консультация ярҙамы күрһәтә.

Бөгөн федераль үҙәк, республика власы, урындағы муниципалитеттар халыҡтың тормошон уңайлыраҡ, матурыраҡ итеү өсөн бик күп эшләй, әммә билдәле бер биләмәлә – ауыл йәки ҡалала, урам йәки ихатала йәшәгән граждан шул ерҙә нимә кәрәк икәнен яҡшыраҡ белә. Әлеге ваҡытта хатта физик шәхестәр ҙә грант алыу мөмкинлегенә эйә, йәғни коммерцияға ҡарамаған ойошма төҙөү мотлаҡ та түгел. Шуға күрә һеҙ йәшәгән ерҙә балалар майҙансығын йәки паркты төҙөкләндерергә кәрәк икән, ҡыйыу рәүештә үҙ проектығыҙҙы тәҡдим итә алаһығыҙ.

– Был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Өфө ҡалаһында, Зәки Вәлиди урамындағы 40-сы йорттоң дүртенсе ҡатында урынлашҡан. Шулай уҡ һәр район һәм ҡаланың үҙенең Йәмәғәт палатаһы булдырылған. Әлеге ваҡытта урындарҙағы ойошмаларҙың эшен йәнләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Райондар буйлап йыш йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, быйыл Шишмә районында ошо төбәктәге ете Йәмәғәт палатаһы өсөн ултырыш уҙғарҙыҡ. Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет, Тәтешле, Шаран райондарында булдыҡ. Бик әүҙем эшләгән Йәмәғәт палаталары бар, шул уҡ ваҡытта һүлпәндәре лә юҡ түгел. Һуңғыларында урындағы халыҡ үҙен борсоған мәсьәләләр менән дәүләт власына, башҡа органдарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Йәмәғәт палатаһы әүҙем, халыҡ менән асыҡ диалогта эшләгән төбәктәрҙә проблемалар ҙа тиҙерәк хәл ителә.

– Әлеге ваҡытта беҙҙең граждандарҙың йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу йәһәтенән әүҙемлеген нисек баһалайһығыҙ?

– Һуңғы бер нисә йылда был әүҙемлек шул тиклем ныҡ үҫте. Бынан биш-алты йыл элек кенә кешеләр бер-береһенән алыҫлаша, ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләр юҡҡа сыға бара тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә ине. Шул мәлдә коронавирус пандемияһы башланып китте һәм тотош ирекмәндәр армияһы барлыҡҡа килде. Был башланғыстан табиптар ҙа, йәштәр ҙә, ситтә ҡалманы. Унан инде махсус хәрби операция иғлан ителде. Уның тәүге көндәренән үк бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика халҡы яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн берләште. Кешеләр окоп шәмдәре эшләй, маскировкалау селтәре үрә, кәрәкле әйберҙәр туплай. Быларҙың барыһы ла ирекле рәүештә башҡарыла һәм урындарҙағы йәмәғәт ойошмалары тарафынан ойошторола.

Тағы ла һуңғы ваҡытта коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һанының, грант алыуға ғаризаларҙың артыуы күҙәтелә. Был нимә тураһында һөйләй? Кешеләр социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, йәшәйеште яҡшыраҡ итеүгә өлөш индерә алыуына, был йәһәттән ярҙам алыу мөмкинлегенең булыуына ышана башланы. Мәҫәлән, шундай миҫал: бер йәш ҡатын, сабыйы тыуғас, ул йәшәгән район үҙәгендә балаларҙың үҫешенә булышлыҡ иткән майҙансыҡтарҙың булмауын аңлай. Ошо мәсьәләне өйрәнеп, проект булдыра һәм грант яулап, эш башлай. Бөгөн уның үҫеш үҙәгендә район үҙәгенән генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.

– Һеҙҙе ғалим, политолог һәм социолог булараҡ та беләбеҙ. Әлеге  осорға ниндәй ҡылыҡһырлама бирерһегеҙ? Беҙ ниндәй заманда йәшәйбеҙ?

– Бик үҙенсәлекле заман. Беҙ уны “турбулент осор” тип тә атайбыҙ. Геосәйәси кимәлдә алып ҡарағанда, коллектив Көнбайышҡа ҡаршы тороу шарттарында йәшәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта илебеҙ иҡтисады был һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүен, үҫешеүен күрәбеҙ. Әле килеп, дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы, таянған ҡиммәттәребеҙҙең, инаныстарыбыҙҙың хаҡлығын аңланыҡ. Нимә генә тимәһендәр, донъя халыҡтары араһында күпселек Рәсәй миҫалында киләсәктең дөрөҫ моделен күрә, илебеҙ иҡтисади, социаль, технологиялар йәһәтенән тотороҡло үҫешә.

Күптәр тормошҡа зарланырға ярата, йәшәү ауыр, бер ыңғай үҙгәреш юҡ, ти. Ундай саҡта ябай ғына ғәмәл тәҡдим итәм: бынан 40-50 йыл элекке фотоны алығыҙ һәм йәшәгән ҡалағыҙҙы, ауылығыҙҙы, ихатағыҙҙы йәки йортоғоҙҙо бөгөнгө торошо менән сағыштырып ҡарағыҙ. Бөтә үҙгәрештәр, үҫеш – күҙ алдында, уны тик күрә белергә генә кәрәк. Ил менән бергә республикабыҙ ҙа үҫә, яңы йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа объекттар төҙөлә. Лайыҡлы йәшәйем тигән кешегә юлдар асыҡ, мөмкинлектәр киң заманда йәшәйбеҙ.

Фото: БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан.

Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Бында буласаҡ етәкселәр әҙерләнә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: